Өлкәндәр ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай: йәй буйы баҡсаһында ҡаҙына, мул уңыш үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Эшләйем тигән кешегә эш бөткәнме ни?!
Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһенең эшкә урынлашыу теләге ҙур, сөнки наҡыҫ ҡына пенсия аҡсаһына йәшәүҙең еңел булмауын улар һәйбәт белә.
Өфөләге мәшғүллек хеҙмәтенең пенсионерҙар өсөн махсус йәрминкәләр ойоштороуы өлкәндәрҙең күңеленә хуш килде. Өс ай һайын үткәрелгән сарала был юлы 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Эш биреүселәр менән әңгәмәләшкәндән һуң 200-ҙән күберәк пенсионерға эш урыны тәҡдим ителде.
Оло йәштәгеләр көнөндә, йәғни 1 октябрҙә, Өфө мәшғүллек үҙәгендә эшләргә дәрте булған пенсионерҙар өсөн йәнә йәрминкә уҙғарыла. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем барасаҡ сараға теләгән һәр кем килә ала.