Нәсимә Муллаянова байтаҡ ваҡыт инде хаҡлы ялда. Тирә-яҡта уны уңған, тырыш, бик тә сабыр холоҡло кеше тип беләләр. Ярҙамсыллығына, йомартлығына, кеселеклелегенә күптәр хайран ҡала. Үҙенә тигән көмөштө лә, өлөштө лә башҡаларға таратып бирергә ғәҙәтләнгән.
Тормош һуҡмаҡтарынан атлағанда, донъя көткәндә төрлө хәлгә дусар булаһың. Кемдер яҙмыш алдында һығылып-бөгөлөп төшә. Ә хеҙмәт ветераны, инвалид Нәсимә Мансур ҡыҙы көсһөҙҙәрҙән түгел. Зарланырға һис яратмай, һәр саҡ эш менән мәшғүл: ҡышҡы оҙон төндәрҙә бәйләм бәйләй, гөл тәрбиәләй, ә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсала ҡаҙына, аллы-гөллө сәскәләр, виноград һәм башҡа еләк-емеш үҫтерә. Быйыл бәрәңге менән сөгөлдөр ҙә мул уңыш бирҙе, ти. Уның баҡсаһындағы самауыр ҡәҙәре мал сөгөлдөрөн күреп, хатта күршеләр ҙә шаҡ ҡатты.