Һемәйеп ҡалмағыҙ!01.10.2013
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте яңы пенсия формулаһын хуплауын белдерҙе. Уның нигеҙендә граждандарҙың һуңғараҡ ҡалып пенсияға сығыуын дәртләндереү механизмы ятыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Реформаны оҙаҡ йылдар тикшергәндән һуң, ниһайәт, рәсәйҙәр фекер алышыуҙан туҡтап, күпме пенсия аласаҡтарын иҫәпләй ала.

Иҫәпләүҙең яңы системаһы шуның менән ҡырҡа айырыла: уға шәхси пенсия коэффициенты һалынған. Күләме йыл һайын һеҙҙең эш хаҡынан сығып иҫәпләнәсәк. Пенсия элеккесә ике өлөштән — страховка һәм тупланма — торасаҡ.
Шәхси пенсия коэффициентының ни рәүешле иҫәпләнеүен аңлауы еңел түгел. Шулай ҙа төп шарттарҙы билдәләргә мөмкин. Беренсенән, эш хаҡығыҙ ни тиклем ҙурыраҡ булһа, йыллыҡ пенсия коэффициенты ла шунса юғарыраҡ. Икенсенән, эшләмәгән осор өсөн айырым коэффициенттар булдырылған (бала тәрбиәләгән, армияла хеҙмәт иткән осор). Был йылдар ҙа пенсия билдәләгәндә иҫәпкә алына. Өсөнсөнән, коэффициенттарҙы иҫәпләү механизмы пенсияға һуңғараҡ ҡалып сығыуҙы дәртләндерә. Ошо аҙаҡҡы принцип эсенә йәшеренгән дә инде бөтә хикмәт.
Пенсияға сығыу йәшен арттырыу тураһында һүҙ күптән ҡуйыртылыуына ҡарамаҫтан, халыҡ быға ныҡ ҡаршы торҙо, шуға күрә Финанс министрлығы хәйләле юлдан китергә мәжбүр булды. Артыҡ эшләгән һәр йыл өсөн пенсионер бонусҡа — 1 пенсия коэффициенты балына эйә буласаҡ. Ә хеҙмәт стажы 35 йылға еткән ҡатын-ҡыҙ һәм 40 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә ир-ат өсөн өҫтәмә (бер тапҡыр) 5 балл иҫәпләнәсәк. Әгәр ҙә пенсияға сығыуҙы 10 йылға кисектерһәгеҙ, аҡса күләмен 90 процентҡа, йәғни ике тапҡырға тиерлек арттырыу мөмкинлеге бар.
Хеҙмәткәрҙең пенсия күләме эш хаҡының ҙурлығына туранан-тура бәйле булыуынан тыш, уның шәхси әүҙемлегенән дә күп нәмә тора. Мәҫәлән, йыл аҙағына тиклем бөтә буласаҡ пенсионерҙарға йәнә бер етди мәсьәлә өҫтөндә уйланыу бик мөһим. Хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыуға 6 процент иғәнәне күсереү-күсермәүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Бының өсөн дәүләткә ҡарамаған пенсия фондын һайларға йәки дәүләт компанияһына аҡса күсереүҙе 6 процент кимәлендә һаҡлап ҡалдырыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ҙә граждан мәсьәләне үҙаллы хәл итмәһә, 2014 йылдың 1 ғинуарынан пенсияның тупланма өлөшөнә күсерелеүсе иғәнәләр 2 процентҡа тиклем кәмейәсәк.
Лайыҡлы пенсия алырға теләге булғандарға үҙҙәренең пенсия грамоталылығы өҫтөндә етди уйланырға һәм эшләргә тура киләсәк. Яңылыҡтарҙы ишетмәй ҡалғандарҙың ҡайһы бер түләүҙәрҙән ҡолаҡ ҡағыуы, һемәйеүе бик ихтимал.


Вернуться назад