Ҡалҡандары ғәзиз еремдең01.10.2013
Гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусыларҙың, таратыусыларҙың, авторҙарыбыҙҙың күпселеге — донъяның әсе-сөсөһөн татыған, тырышлыҡтары менән ил байлығын һәм ҡеүәтен булдырған хөрмәтле ветерандар. Үҙҙәренең ҙур булмаған пенсияларынан өҙөп-йолҡоп тигәндәй матбуғат баҫмаларына яҙылған, халҡының тарихын күҙ ҡараһындай һаҡлап, киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп, ҡаҙаныштары өсөн ғорурланып йәшәгән өлкән быуынға хөрмәтебеҙ сикһеҙ. Бөгөн редакция почтаһына ветерандарыбыҙҙан килгән хаттарға һәм улар тураһындағы һүрәтләмәләргә ҡыҫҡаса байҡау яһамаҡсыбыҙ.
"Ваҡыт үткән һайын һуғыш фажиғәһен түкмәй-сәсмәй һаҡлаған хаттар, яҙмалар, хәтирәләр, йәнле тарих булып, уй-фекерҙәрҙе яңырта, уңалырға өлгөрмәгән яраларҙы әрнетә, — тип яҙа Ишембай ҡалаһынан даими авторыбыҙ Рәфҡәт Сәғәҙиев. — Һуңғы йылдарҙа Тирмән-Йылға ауылы янындағы зыяратҡа йыш һуғылам. Бында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск магниттай үҙенә тарта. Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа юл башлап, халыҡты ойоштороусы, дәртләндереүсе булараҡ байтаҡ көс һалғанғалыр ҙа, иҫтәлекле обелиск үтә ҡәҙерле, күңелгә яҡын. Ундағы 107 ир-егеттең исем-шәрифен яттан беләм, сөнки был һәйкәлде һалыр алдынан һәр береһенең тормош юлы менән ныҡлап танышып сыҡҡайным. Шул исемлектәге яугир Ғәтиәт ағай Садиҡовтың тыуыуына быйыл 100 йыл булды. Яңыраҡ Сәғит Әлибаевтың легендар башҡорт атлылары дивизияһы тураһындағы "Онотолмаҫ йылдар шаңдауы" тигән әҫәрен яңынан уҡып сыҡтым. Автор батыр яҡташыбыҙ тураһында бына нимәләр яҙа: "Миномет батареяһында взвод командиры гвардия лейтенанты, коммунист Ғәтиәт Сәләхетдин улы Садиҡов Чернухиноға инеү өсөн ынтылған, һөжүм яһаған саҡта минометтан атып, уларҙың бер нисә станковый пулеметын туҡтатты. Шуның менән беҙҙең дивизия һәм корпус штабы һалдаттарына ваҡ төркөмдәргә бүленеп һәм берәм-берәм дошман тылынан уның оборонаһы аша беҙҙең ғәскәрҙәр һыҙығына килеп сығырға юл асты. Ошо ҡыйыулығы өсөн яҡташыбыҙ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланды..."
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәтиәт Садиҡов 1944 йылдың ғинуар айында Белоруссия ерен азат иткәндә һәләк була һәм ошонда ерләнә".
Яугир яҡташтарының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, йәш быуынға мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн бөтә тырышлығын һалған хат авторы, матбуғат дуҫы, илһөйәр Рәфҡәт ағайға ныҡлы сәләмәтлек, йәмәғәт эшендә уңыштар теләйбеҙ. Һәр йыл Еңеү байрамында иҫтәлекле обелиск янында митинг ойоштороуҙа, 22 июндә Хәтер һәм иҫтәлек көнө үткәреп, Ҡөрьән уҡытыуҙа, батырҙар һәйкәлен күҙ ҡараһындай һаҡлауҙа ветерандың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан килгән хатты ла уҡыйыҡ. Гөлнара Хәсәнова, ауыл ағинәйҙәре хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, һәр береһен йылылыҡ менән телгә алған. "Бына улар — алтын бала сағымды нурға күмгән ил инәләре: Латифа, Сәлимә, Мәғрифә, Рабиға, Лилур, Шәмсинур, Яңылбикә, Венера, Алмабикә, Ҡәләмбикә, Хөмәйрә, Нәфисә, Вәзиғә, Ишбикә, Нәбирә, Фәриҙә, Бүләкбикә, Ҡәмәриә, Мәрйәм... Исемдәре ниндәй мәғәнәле, матур һуң! Береһе күлдәк тегә, икенсеһе ҡыҙҙарҙың ҡолаҡтарын һаҡ ҡына тишеп, алҡалар кейҙерә, өсөнсөһө мөнәжәт, таҡмаҡҡа оҫта. Ирҙәрҙән ҡалышмай бесән сапҡаны ла, арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөп, яғымлылығы менән арбағаны ла булды", — тип хәтирәләргә бирелә хат авторы.
Быйыл ул йәнә тыуған ауылы урамдарынан йөрөп, ауылдаштарының тырышып донъя көткәненә хайран ҡалған. "Тирә-яҡҡа йәм таратып ултырған мәсетте төҙөүгә булышлыҡ иткән хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәрзәнә Йәнтүринаға рәхмәтебеҙ ҙур. Бөгөн дә кәңәш һорап уға киләләр. Мәсет төҙөү тәҡдимен бөтә ауыл халҡы күтәреп сыҡты, аҡса йыйҙы, өмәләрҙә ҡатнашты. Ниһайәт, Татлыбай ауылы 75 йылдан һуң йәнә мәсетле булды. Өс бала әсәһе, һөйөклө өләсәй, уңған хужабикә ул Фәрзәнә Искәндәр ҡыҙы.
Ғүмер баҡый механизатор булып эшләгән тормош иптәше Мөхәмәт олатайҙы юҡһынып та, һағынып та телгә ала ағинәйебеҙ. "Ул ваҡытында эшемде баһаламаһа, мине аңламаһа, барыһына өлгөрмәҫ тә инем", — ти ул. Үкенескә ҡаршы, Мөхәмәт ағай Ғүмәров былтыр яҡты донъяны ташлап китеп барҙы. Татыу донъя көтөп, балалар үҫтергән, ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған хеҙмәт ветерандары менән бик ғорурланабыҙ. Ошондай күңеле лә, эше лә пак ағинәйҙең ауылыбыҙҙа йәшәүенә сикһеҙ шатмын. Йәштәргә хаҡ юлдар насип әйләп йәшәй ул".
Белорет районындағы яңылыҡтарҙы түкмәй-сәсмәй хәбәр итеүсе, тыуған төбәгенең ябай хеҙмәт эйәләре хаҡында йылылыҡ менән яҙыусы даими авторыбыҙ Нурулла Миһрановтың йәнә бер хаты өҫтәлгә килеп ятты. Ул был юлы атайҙарҙың тәрбиә эшенән ниңә алыҫ тороуын тормош тәжрибәһенән сығып раҫларға тырышҡан.
"Бала бит бөтәһен дә күреп үҫә: атаһы ла, әсәһе лә көнө буйы эштә, әммә әсәйгә өйгә ҡайтҡас та ял итергә форсат юҡ. Бешерә-төшөрә, йыуа, йыйыштыра, дәрес әҙерләшә... Ауылда тыуып үҫкән ир-егеттәребеҙҙең күбеһе ҡалала йәшәй башлағас, эштән һуң ҡырын ятып телевизор ҡарауҙан башҡа нәмәне белмәй. Ҡыҙының йә улының уҡыуы, шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныу уйы башына ла инеп сыҡмай. Балалар баҡсаһында психолог булып эшләүсе ханымдың эш тәжрибәһе тап шул хаҡта һөйләй.
Биш-алты йәшлек балалар "өй" уйынын уйнарға әүәҫ. Ҡыҙҙар йәһәт кенә әсәй, өләсәй ролдәрен бүлешеп ала. Ә малайҙарҙың береһе лә "атай" булырға теләмәй. Бик оҙаҡ өгөтләгәндән һуң ғына ризалаша. Диванға менеп ята ла уйын бөткәнсе: "Миңә гәзит бирегеҙ! Телевизорҙы ҡабыҙығыҙ, тауышланмағыҙ!" — тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамай. Балалар әсәләренең хәстәрлеге тураһында һөйләп туҡтай алмай, ә атайҙар хаҡында дөйөм ҡоро һүҙҙәр менән генә яуаплайҙар: "атай эшкә бара", "аҡса алып ҡайта", "әсәйҙе әрләй"... Тимәк, замана атайҙары бала өсөн аңлайышһыҙ мифик образ кеүек. Өҫтәүенә, әсәйҙең "Бына атайың ғына ҡайтһын әле..." тип кәрәккән-кәрәкмәгәндә ҡурҡытыуы сабый күңелендә кире тойғо уятыуы ихтимал".
Хат авторының уй-фекере менән килешмәү мөмкин түгел. Тиҫтерҙәренең яҙмышын күҙ уңынан үткәреп, ул саҡтағы тәрбиә эшенең төптән уйланылған, юғары идеялы кинофильмдар, китаптар, илһөйәрлек, коллективизм солғанышында үтеүен билдәләп, хәҙерге мөхиттең аяуһыҙлығына иғтибарҙы йүнәлтә ул. Балаһын тәрбиәләүҙе балалар баҡсаһына, мәктәпкә генә япһарырға күнеккән, хеҙмәткә өйрәтмәгән ата-әсәнең вайымһыҙлығы менән һис килешә алмай хат авторы. "Эш үткәс, терһәкте тешләп булмай. Атай-әсәй сабыйын бер һүҙле булып тәрбиәләгәндә генә киләсәге өсөн күңеле тыныс, йөҙө яҡты булыр", — ти хеҙмәт ветераны Нурулла ағай.
Һәр кемгә килер ҡунаҡ ул — ҡартлыҡ. Ошо моңһоу ғүмер көҙөн төрлө сағыу буяуҙар менән байытырлыҡ күңелле мәшәҡәттәр табыу, үҙеңдең йәмғиәткә файҙалы, яҡындарыңа кәрәкле икәнлегеңде тойоу йәшәү сифатын яҡшырта, күңелде күтәрә һәм тормошто яраттыра торғандыр. Дәүләт тарафынан социаль яҡлауҙың көсәйтелеүен көтөп ултырыу ғына аҙ, өлкәндәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡшы белергә, мәнфәғәттәрен күҙәтергә бурыслы бөгөн.
Үкенескә ҡаршы, ҡартлыҡтың "портреты" әлегә ҡыуандырмай: "ауырыу, сал сәсле, кеҫә яғы бик таҡыр, илдең киләсәге өсөн борсолоп йәшәй, аҡыл эйәһе, сабыр..." Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар уны шулай һүрәтләй. Әммә мул тәжрибәле, иңендә ныҡлы яуаплылыҡ тойған ҡартлыҡты иҫәптән сығарырға иртәрәк әле. Быуындар араһындағы гармония, бәйләнеш көсәйгәндә, ололарҙың әүҙем йәшәү рәүешен оҙайтҡанда, тормошобоҙ яҡтыраҡ, күңелебеҙ тынысыраҡ буласаҡ.