Шишмә башында танышҡайныҡ...27.09.2013
Был ваҡиға 1943 йылдың йәйе аҙаҡтарында булды. Ауыл халҡы Шишмә башы яланында иген һуға. Мин барабандан сыҡҡан һаламды эҫкерт янына ат менән һөйрәтеп алып барам. Ике улын һәм ирен (Сәфәрғәле бабай) һуғышҡа оҙатҡан Бибикәй әбей өс саталы ағас һәнәк менән һалам һелтәй, эҫкерт башында икенсе апай уны алып тора.

Барабансы Ниғмәт ағай Садиҡов халыҡты әҙгә генә ялға туҡтата, урындағы ете йыллыҡ мәктәптең математика уҡытыусыһы Сәймә Язданова беҙгә сәйәси дәрес үткәрә башлай. Ул “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенән Сталинградтағы дәһшәтле алыш тураһындағы мәҡәләне ҡысҡырып уҡый, ә беҙ, һуғылған көлтә өҫтөнә ултырып, тын да алмай тыңлайбыҙ. Беҙгә ебәрелгән агитатор һөйләмәй, ә ҡысҡырып гәзиттән уҡый, ә был баҫма “Ҡыҙыл Башҡортостан” ине. Беренсе тапҡыр гәзит менән осрашыу шулай булды, ә эҫкерт һалған Бибикәй әбей был һуғышта ике улын һәм Сәфәрғәлеһен юғалтты.
Икенсе тапҡыр “Ҡыҙыл Башҡортостан” менән осрашыуым Өфөләге данлыҡлы 9-сы мәктәптә уҡыған йылдарҙа (1947—1950) булды. Интернат ашханаһында гәзиттең төпләнмәһе була торғайны.
Студент йылдарында институт китапханаһында “Башҡортостан”ды даими уҡып барҙым. 1954 йылда иһә мәктәптә уҡытыусы булып эшләй башланым. Сентябрҙә (Ейәнсура районының Башҡорт Үргене урта мәктәбе) тәүге эш хаҡын алғас, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенә беренсе тапҡыр яҙылдым. Ошо йылдан башлап бер һанын ҡалдырмай уҡып барам.
Донъя хәлдәре менән танышмай йәшәү мөмкин түгел, ул ҡаныма һеңгән. Гәзитте башынан аҙағына тиклем уҡыйым, хатта ашауҙы ла онотам — әбейем менән асыуланышып бөтәбеҙ.
Гәзит — ул иптәшем, серҙәшем, рухымды нығытыусы. Бер көн уҡымаһам, үҙемде донъянан артта ҡалған һымаҡ тоям.
Хәләл ефетем Әминә лә ошо гәзитте ярата, уның менән алты тиҫтә йыл бергә йәшәйбеҙ, 60 йыл инде гәзитте бергә уҡыйбыҙ.


Вернуться назад