Гәзиттәрҙән беҙҙе ни биҙҙерә?27.09.2013
Баҫмалар ҡиммәтләнә, ә почтальондың эш хаҡы һис артмай

Күптән түгел Белорет почтамты етәксеһе Шайморат Йомағужиндың янына инеп, элемтә проблемалары хаҡында һөйләшеп ултырҙым. Ул миңә Рәсәй почтаһының ҡыҫҡаса тарихын һөйләне, бөгөнгө уңыштарын телгә алды, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында әйтте.

Бөгөн ҡалала ла, ауылда ла почтальондар етешмәй, эш хаҡы бик бәләкәй, шуның өсөн хеҙмәткәрҙәр китеү яғында икән. Почтальондарға һәм операторҙарға хеҙмәт хаҡының арттырыласағын белдергәндәр, тик уның ҡасан буласағы тураһында хәбәр юҡ.
— Элек элемтә бүлексәләренең үҙ биналары булмаған, шуның өсөн бер ниндәй ремонт та талап ителмәгән. Хәҙерге етәксегә, туҙған биналарҙы йүнәтеп, шунда эшләргә тура килә. Байтаҡ элемтә бүлексәһендә ремонт үткәрҙек, ҡалғандарын да төҙөкләндереүҙе дауам итәсәкбеҙ, — тине почтамт етәксеһе.
Күсмә почта ойошторолған — улар аҙнаһына ике тапҡыр гәзит-журнал тарата. Халыҡ эштәренән бик ҡәнәғәт, ләкин Белорет районында күсмә почта ойошторолоу менән Ҡаһарман, Исмаҡай, Тирлән-2, Түбәнге Әүжән, Үрге Арша, Николаевка элемтә бүлексәләре ябылды. Урындағы халыҡ хәҙер күсмә почтаға ғына күҙ төбәп тора.
Һуңғы йылдарҙа почтамт байтаҡ үҙгәреш кисергән: компьютерлаштырылған, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән тулыланған. Инйәр ҡасабаһында бер нисә йыл элек кирбестән төҙөлгән яңы элемтә бүлексәһе сафҡа ингән.
Почтальондар гәзит-журнал таратыуҙан башҡа һикһәнгә яҡын хеҙмәт күрһәтә: гәзит-журналдарға яҙҙырыу, көнкүреш кәрәк-ярағы һатыу, электр уты, газ өсөн түләү ҡабул итеү һ.б.
Шайморат Мөхәмәтдин улы халыҡ менән почта өсөн уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында һәр аҙнаның дүшәмбеһендә граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итә һәм уларҙы тиҙ арала яйға һалырға тырыша. Минең менән осрашҡан көндә лә ул Межгорье ҡалаһына китергә ҡабаланып ултыра ине.
Һуңғы йылдарҙа матбуғат баҫмаларын алдырыусылар ныҡ кәмене. Айырым гәзиттәр аҙнаһына бер йәки ике генә тапҡыр сыға башланы. Минең фекер шундай: гәзит-журнал таратыуҙы көйләү — өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Халыҡты борсоған икенсе мәсьәлә — гәзит-журналға хаҡтарҙың “тешләшеүе”. Элек 1 һум 08 тин торған “Йәншишмә” яҡынса 400 тапҡырға ҡиммәтләнгән түгелме? Башҡа баҫмаларҙың хаҡы ла “үҫте”. Тап ошо сәбәпле матбуғатҡа яҙылыусылар ныҡ кәмене лә инде. Хаҡтар һаман шулай үҫһә, яҙылыусылар бөтөнләй ваз кисер, тип хәүефләнәм.


Вернуться назад