ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА27.09.2013
1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
"Мөхәммәт пәйғәмбәр — Исламға нигеҙ һалыусы"
“Киске Өфө” гәзитендә яҙыусы Илгизәр Бураҡаевтың Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында тәржемәүи яҙмалары байтаҡ баҫылды, шулай уҡ ғалим-яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың хеҙмәте нәшер ителде. Уҡытыусы уларҙы уҡып сыҡһа, үҙе өсөн күп мәғлүмәт алыр.
Был теманы үткән саҡта төп иғтибарҙы Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең кешелек сифаттарына йүнәлтеү һәм улар аша уҡыусыла ыңғай һыҙаттар тәрбиәләргә тырышыу мөһим. Пәйғәмбәрҙең тормошондағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы риүәйәт итеп һөйләү әһәмиәтлерәк булыр. Китапта бәйән ителгән хәлде — Мөхәммәттең йөрәген алып, алтын һауыттағы таҙа һыуҙа йыуып, кире урынлаштырыу ваҡиғаһын — 10-11 йәшлек уҡыусылар ауыр ҡабул итер. Шуның өсөн риүәйәттең ни икәнен аңлатып, пәйғәмбәрҙәр тормошо тураһында ифрат күп риүәйәт барлығын һөйләп китеү урынлы булыр. Мөхәммәттең етем үҫкәне, кешеләргә ялланып эшләгәне, эшһөйәрлеге, саф намыҫлылығы, фиҙакәр хеҙмәт иткәне тураһында яҡшы беләбеҙ. Уның хатта "Тоғро" тигән ҡушаматы ла булған. Мөхәммәттең иҫ китмәле ихласлығына, күңеленең сафлығына һоҡланып та, аптырап та, ни өсөн шулай булып үҫкәнлегенең сәбәбенә төшөнөргә тырышып, ошондай риүәйәт уйлап сығарылғандыр, тип аңлатыу бала күңеленә ятышлыраҡ алым булыр.
Уҡыусылар дәфтәргә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған ҡалаһын, тыуған, өйләнгән йылдарын, ҡатынының, балаларының исемдәрен яҙып ҡуйһын.
2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"
"Мәҙәниәт һәм дин"
Был дәресте үткәндәрҙе ҡабатлауҙан башлап, уҡыусыларҙың матди байлыҡ, уның ниҙән ғибәрәт икәне тураһында фекерен белергә кәрәк. Балалар, әлбиттә, иң элек биналарҙы, ҡоролмаларҙы, ҡорамдарҙы әйтеп сығыр. Ошонан һуң дингә ҡағылған матди байлыҡҡа күсеп китергә һәм, мәсет, сиркәү, ҡорам (ғибәҙәтхана) эсендәге әйбер, һүрәт, яҙыу, китап, кейем-һалым, шәмдәл һәм башҡаларҙың дини мәҙәниәткә инеүен аңлатып, диндең мәҙәни үҫешкә ни тиклем тос өлөш индереүен билдәләргә кәрәк.
"Был матди байлыҡты кемдәр тыуҙырған?" тигән һорау менән рухиәткә күсегеҙ. Оҫталарҙы әҙерләү, уҡытыу, төҙөү-биҙәү һөнәре, ижад, яҙыу-һыҙыу, шиғри әҫәрҙәр, риүәйәттәр, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡалар барлыҡҡа килә башлай — рухи байлыҡ туплана. Ошо ысул менән дәрестең темаһын асырға һәм аҙаҡ дөйөмләштереп һығымта яһарға ғына ҡала. Беҙҙең заманда мөмкинлектәр ҙур, күргәҙмә мәғлүмәт табыу өсөн донъя киңлегенә сығып, "ҡолас ташлап йөҙөргә" була.
Дәфтәргә "Мәҙәниәт — кешелек донъяһының үҙ тарихында барлыҡҡа килтергән матди һәм мәҙәни ҡиммәттәре" тигән аңлатманы яҙырға һәм уны күмәкләп ҡабатларға кәрәк. Баһа ҡуйыу ҡаралмағас, уҡыусының дини дәрескә илке-һалҡыраҡ мөнәсәбәт күрһәтеүе лә ихтимал. Шуға күрә фекерҙәрҙе күмәкләп ҡабатлау, дәфтәргә яҙҙырыу ысулы менән мөһим мәғлүмәттәрҙе нығыраҡ иҫтә ҡалдырырға мөмкин.
Матди һәм рухи мәҙәниәткә ниҙәр инә — уҡыусылар үҙаллы уйлап яҙһын. Мөмкин булһа, һүрәттәр табып, төрлө дини ғибәҙәтханаларҙың тыш яғынан да, эске йыһаздарын да күрһәтеп таныштырыу яҡшы һөҙөмтә бирер.
3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Мәҙәниәт һәм әхлаҡ"
Уҡыусылар тәбиғи һәм мәҙәни тәбиғәттең айырмаһын нығыраҡ иҫтә ҡалдырһын өсөн дәфтәргә яҙҙырып ҡуйыу отошло. Уларға ниҙәр инә, нисек хасил булғандар?
Мәҙәни тәбиғәт үҙ сиратында тағы ике төргә бүленә: матди һәм рухи мәҙәниәт. Шул уҡ ваҡытта ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтар төрлө булыу сәбәпле, уларҙағы был төшөнсәләр бер-береһенән айырыла: географик шарттарҙың, традицияларҙың, шөғөлдәрҙең тәьҫире ҙур. Мәҫәлән, йылы яҡтарҙа ҡалын диуарлы, йылытылған ишек-тәҙрәле йорт төҙөмәйҙәр, быйма, тун кейеп йөрөмәйҙәр. Шулай булғас, уларҙа быйма баҫыу, тире иләү кеүек кәсеп тә, был шөғөлдәргә бәйле һөнәр ҙә, эш ҡоралдары ла юҡ. Тимәк, уларҙың атамалары ла уйлап сығарылмаған.
Берҙәм көс талап иткән кәсеп менән шөғөлләнгән халыҡтарҙа туғанлыҡ, үҙ-ара ярҙам итешеү көслө. Тимәк, күмәк тәрбиә йолаһы барлыҡҡа килә. Халыҡ күп урында кеше үҙ холҡон башҡаларҙыҡы менән сағыштырып ҡарай башлай, аралашырға, йәшәргә ҡамасаулаған насар ғәҙәттәрен бөтөрөргә тырыша. Һөҙөмтәлә үҙтәрбиә барлыҡҡа килә.
Башҡорттарҙа йәйләүгә күсенеү, тирмә ҡороу, йорт һалыу, мал бағыу, урман эше, ҡатын-ҡыҙ ғына башҡара торған тула, кейеҙ баҫыу, дебет эшкәртеү һәм башҡа эштәр өмә яһап башҡарылған. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бик ҙур. Шулай итеп, матди байлыҡ тыуҙырыу барышында кешелә әхлаҡи сифаттар тәрбиәләнә.
Дүртенсе дәрес
1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
"Пәйғәмбәрлектең башланыуы"
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорҙа Ғәрәбстанда тарҡаулыҡ, әҙәпһеҙлек көслө булған. Был хәл буласаҡ Пәйғәмбәрҙе уйға һалған, халыҡтың яҙмышы өсөн борсолдорған. Ошо уйланыуҙар, тәртип урынлаштырыу теләге буласаҡ Пәйғәмбәргә асылырға ярҙам иткән: уға саф күңелле кешегә генә яҡынлай торған изге фәрештә Ябраил килгән.
Мөхәммәт пәйғәмбәр — Исламға нигеҙ һалыусы. Тик ғәрәптәр тәүҙә уның тәғлимәтен аңламай, һөҙөмтәлә илаһтарға табыныусылар — ҡөрәйштәр, ә Ислам динен ҡабул итеүселәр мосолман тип атала башлай. Мосолмандар Аллаһҡа ғына ышана. Ошо урында мәжүсилек менән Ислам диненең айырмаһын ныҡлап аңлатып китеү яҡшы булыр — артабанғы темаларҙы үткән саҡта кәрәге тейер.
Дәфтәргә "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим" тигән һүҙҙең тәржемәһен — “Рәхмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән" тип яҙып ҡуйырға кәрәк. Бына ни өсөн мосолмандар, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, юлға сыҡһа ла, "бисмиллә"һен онотмай.
Был хаҡта һөйләгәс, уҡыусыларҙан йәшәгән төйәктәрендә ниндәй тәртипһеҙлектәр күреүе (эскелек, тәмәке тартыу, тәбиғәтте тәләфләү, урмандарҙы сүпләү, шешә ырғытыу, йылғаға төшөп машина йыуыу һәм башҡалар) тураһында һөйләтергә кәрәк. Ошондай кире күренештәр ҡайҙан килеп сыға? Кемдәр эшләй уны? Барыбыҙ ҙа мәктәптә уҡыйбыҙ, белем алабыҙ, фәҡәт яҡшы булырға өйрәнәбеҙ, ә киләсәгебеҙҙе кем хәстәрләр? Үҙебеҙ түгелме? Балалар менән ошондай һорауҙарға яуап эҙләү, йәнле һөйләшеү алып барыу мөһим.
2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"
"Диндәрҙең барлыҡҡа килеүе"
Тәүге диндәр тураһында аңлатҡан саҡта уҡыусыларҙың бығаса белгән мәғлүмәттәренә таяныу яҡшы булыр. Әлбиттә, бөтөн халыҡ та бер төптән фекерләмәгән, дингә бер юлы килмәгән. Шуның өсөн дә донъяла дин йүнәлештәре күп. Хатта бер үк илдә, мәҫәлән, беҙҙә, мәжүсиҙәр тип аталған халыҡтарҙың күҙаллауҙары төрлө булған: мариҙар ҡояш менән яҡтылыҡты иң юғары Аллаһ тип атаһа, мордваларҙа аллаһтар етмеш етегә еткән. Башҡорттарҙың иһә 12 эйәһе булған, 13-сөһө — Тәңре.
Аллаһтың берлегенә ышанған иң тәүге халыҡ — йәһүдтәр. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тәғлимәте лә ошоно раҫлай.
Уҡыусылар пәйғәмбәр исемдәренең бөтөн диндәр өсөн уртаҡ булыуын, тик Исламда уларҙың тәржемә ителгәнен белергә тейеш: Адам — Әҙәм (Атабыҙ Әҙәм), Авраам — Ибраһим, Моисей — Муса, Иисус — Ғайса, уның әсәһе Мария — Мәрйәм.
Йәһүд дине тураһында һөйләгәндә Израилдең һәм Фәләстиндең (Палестина) карталарын ҡулланырға кәрәк. Йәһүдтәрҙең Нәҙер ителгән иле, Йәрүсәлим ҡалаһындағы ғибәҙәтханаһы хаҡында бәйән иткәндә уҡыусылар ни өсөн был ерҙәрҙә әлегәсә һуғыш туҡталмағанын аңлар: әле Фәләстингә ҡараған Газа секторы йәһүдтәрҙең боронғо Нәҙер ителгән ерендә урынлашҡан — һәр халыҡ үҙ хоҡуғын даулай.
3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Әхлаҡлылыҡ үҙенсәлектәре"
“Урал батыр” эпосындағы төп фекер — һәйбәт кеше булып йәшәү, үҙеңдән һуң яҡшы исем ҡалдырыу мөһимлеге. Ә кем, ниндәй һуң ул бындай сифаттарға эйә әҙәм балаһы? Яҡшы кеше тәбиғәт, халыҡ, ил, киләсәк өсөн янып йәшәй, дошман ябырылһа, төйәген ҡурсалай, башҡалар мохтажлыҡ кисергән нәмәне (эпоста — һыу) үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла таба, етем-еһерҙе баға, өлкәндәрҙе ололай, кеселәрҙе ҡурсалай белә. Мәктәптә, ғаиләлә, йәмғиәттә алып барылған тәрбиә эштәре ошо маҡсатҡа — шундай шәхес үҫтереүгә — йүнәлтелгән. Уға нисек, ниндәй юлдар менән өлгәшергә мөмкин? Нимә яҡшы, ә нимә насар был донъяла? Кешелә ҡайһы сифаттар маҡтала, ниндәйҙәре тәнҡитләнә? Әхлаҡ үҙенсәлектәре, нормалары ошондай һорауҙарға яуаптарҙан тора ла инде.
Кеше ғүмер буйы тәрбиәләнә. Әммә ҡайһы берәүҙәр тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәй. Дини тәрбиә бындай кешеләрҙең үҙ язаһын аласағы тураһында өйрәтә. "Яҡшылыҡҡа — яҡшылыҡ, яуызлыҡҡа яуызлыҡ ҡайта, "теге донъя"ла ожмах һәм тамуҡ бар" тигән фекер ята унда. Ә дини булмаған тәғлимәттә — донъяуи әхлаҡ нормаларында — кешенең иң элек үҙ намыҫы алдында таҙа, саф булырға тейешлеге хаҡында һабаҡ бирелә. Ошо уҡ фекер меңдәрсә йыл элек ижад ителгән “Урал батыр” эпосында былай тип әйтелгән:
Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ —
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр.