Кәбеҫтә салаты27.09.2013
350 грамм кәбеҫтә, бер кишер, 100 грамм йәшел борсаҡ, 100 грамм майонез, бер йомортҡа, йәшел укроп, һуған ҡыяғы, тәменсә тоҙ алына.
Иң элек кәбеҫтә менән кишерҙе таҙартырға һәм йыуырға. Кәбеҫтәне ҡырғыс аша туҡмаслап ыуырға, тоҙ һибеп, ҡул менән ышҡырға. Ҡырғыста ҡырылған кишерҙе, йәшел борсаҡты, туралған йомортҡаны ҡушырға ла, майонез һалып, яҡшылап болғатырға. Салатты һауытҡа һалаһы ғына ҡалды.