Сөгөлдөр салаты27.09.2013
Дүрт ҡыҙыл сөгөлдөр, дүрт алма, 16 сәтләүек, һигеҙ аш ҡалағы майонез, йәшел тәмләткес алына.
Бешкән сөгөлдөрҙө һәм алманы ҡабығынан таҙартҡас, ҡырғыста ҡырырға. Сәтләүекте ваҡларға ла, барыһын бергә ҡушып, майонез һалып болғатырға. Табынға ҡуйыр алдынан салат өҫтөнә ваҡлап туралған йәшел үләндәрҙе һибергә.
Был салатты ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡ ҡушып та әҙерләргә мөмкин.


Вернуться назад