Кемдәрҙе ишәйтәбеҙ?30.12.2011
Һан артынан ҡыуғанда сифат аҡһамаһын ине
Шөкөр, йыл уңай килде: иген баҫыуҙары ла һөйөндөрҙө, еләк-емеш, йәшелсә лә уңды. Сейә һәм алма ағастары ботаҡтарының ҡайһы берҙәре, уңышын күтәрә алмайынса, бөгөлөп үк төштө. Ғөмүмән, ағастың емеше ни тиклем күп булһа, ул шул саҡлы ергә нығыраҡ эйелә, емешһеҙҙәре генә төҙ үҫә. Тормошта ла күп балалы ҡатындарҙың йәки ирҙәрҙең (ҡайһыһы нығыраҡ ҡайғырта инде) билдәре тиҙерәк бөгөлөүсән, сөнки улар һәр балаһының киләсәген ҡайғыртып йәшәй.
Беҙ үҫкәндә ишле ғаиләләр ғәҙәти хәл ине. Һәр өйҙә тиерлек кәмендә биш бала тәрбиәләнде. Ошо сама ул-ҡыҙҙары булған ҡатын-ҡыҙ 50 йәшендә хаҡлы ялға сыҡты. Мәҫәлән, үҫмер VIII йәки Х класты тамамлағас, тыуған йортонан сығып китә һәм ике-өс йылдан һуң ата-әсәһенә, туғандарына ярҙам итә лә башлай. Күбеһе һөнәрселек училищеларында уҡый, аҙаҡ эшкә завод-фабрикаларға, төҙөлөштәргә урынлаша, ятаҡтан урын ала, өйләнһә, фатирлы була торғайны. Йәштәр, эш табыу мәсьәләһе менән осрашмағас, ғаилә ҡорорға ла ҡурҡмай ине.
Ә хәҙер... Бөтөнләй икенсе күренеш. Өйләнешеп йәшәү – үҙе бер етди проблема. Эш тапҡан хәлдә лә, торор урын юҡ, сөнки элекке шикелле ятаҡҡа урынлашыу мөмкин түгел, шуға ла хеҙмәт хаҡыңдың яртыһын түләп фатирға инәһең. Аҡсаң самалы икән, атай-әсәйең эргәһенә һыйынырға тура килә. Ярай ҙа торлағы ҡыҫынҡы булмаһа.
Бала тыуғас, уны баҡсаға урынлаштырыу, мәктәптә уҡытыу, юғары белем биреү — барыһы ла аҡса талап иткән мәшәҡәт. Бәләкәй фатирҙа этелеп-төртөлөп тигәндәй үҫкән, матди ауырлыҡ кисергән ғаиләләге бала етеш тормошта тәрбиәләнгән үҫмерҙәрҙән көнләшеп йәшәүсән.
Кемдер, эшләп торлаҡлы булырмын, унан һуң ғаилә ҡорормон, тип уйлай, ә тапҡан аҡсаһы теге йәки был түләүҙән артмай. Ә ғүмер тигәнең үтә тора. Тырышып-тырмашып та теләгәненә өлгәшә алмаһа, енәйәт юлына баҫырға ла күп ҡалмай.
Икенсе йәки унан һуң тыуған балалар өсөн тәғәйенләнгән пособие һәм әсәлек капиталы ғаиләләрҙең ауыр мәсьәләләрен хәл итәме? Ни өсөн сабыйҙары булғандарын ғына дәртләндерергә? Ә ғаилә ҡора алмағандары менән ни эшләргә? Улар ҙа киләсәкте дауам итергә, нәҫел ҡалдырырға тейеш тә баһа! Балаларҙы ғына түгел, ғаиләләр һанын да арттырайыҡ, ир-аттың бәҫен күтәрәйек. Һан артынан ҡыуғанда сифат аҡһаусан бит. Бер балалы ғаиләләр ҡайҙа йәшәргә, эшләргә, сабыйын балалар баҡсаһына нисек урынлаштырырға белмәй һәм социаль ярҙам алыу өсөн икенсеһен табырға мәжбүр була. Ипотека буйынса торлаҡ алыуға тәүге иғәнәлек аҡса булыр, исмаһам, тип уйлай. Бер-бер артлы бала ишәйтеүсе торлаҡһыҙҙарҙың байтағы сабыйҙарының киләсәге өсөн борсолмай, пособие аҡсаһына йәшәп ҡалырға тырыша. Ундай ғаиләләрҙә кескәй туғандарын ҡарау һәм йорттағы эштәрҙе атҡарыу йыш ҡына олораҡтарының елкәһенә төшөүсән.
Балалар һанын арттырырбыҙ, уҡытып та сығарырбыҙ, ә эшһеҙҙәр армияһынан нисек ҡотолорбоҙ һуң? Хәҙер хатта юғары белемле белгестәр, сит илдәргә китеп, пенсионерҙарға ялланып аҡса туплай. Башҡа илдәргә ебәрер өсөн таптырабыҙмы сабыйҙарҙы? Ә бына матди хәле тотороҡло, бала ҡараусы тотҡан, эш урыны, фатиры булған ғаиләләр һис тә ишле түгел.
Тыуымды арттырыуҙы дәртләндереү социаль проблемаларҙы хәл итәме? Әгәр сифат яғын уйлаһаҡ, етәксе органдарҙа эшләүселәр, юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан ғалимдар, докторҙар һәм башҡа күренекле, кеҫәһе ҡалын хәлле кешеләр ҙә нәҫелен арттырырға тейештер.
Мәктәбе лә булмаған ауылдарҙа тейешле тәрбиә күрмәй үҫкән балалар һанын ишәйтеү уйланырға урын ҡалдыра. Хәҙерге заманда уларҙың ата-әсәһе һәр береһенә йорт һалырға ярҙамлаша аламы? Ҡала ерендә икән, һәр ҡайһыһын уҡытып, эшкә урынлаштырып, өйләндереп, фатирлы итеүгә өлгәшәме? Береһенә, бәлки, булыр, ә башҡалары? Ҡалғандары үҙ көнөн үҙе күрә. Шуға күрә интеллигенцияның кәмендә ике-өс бала тәрбиәләргә тейешлеге закон менән нығытылһын ине. Ҡытайҙа хәлдәр бөтөнләй киреһенсә. Закон буйынса, ғаиләләргә бер генә бала аҫрарға рөхсәт ителә. Икенсеһен тапһалар, штраф һалалар йәки баланы тартып алалар. Әммә ул алдынғы илдәр иҫәбендә, сөнки балалар яҡшы тәрбиә, белем ала. Һөҙөмтәлә урамда тәртип боҙоп йөрөүселәр кәмей.
Мин белгән бер ауылдағы күмәк балалы ғаиләлә дүрт-биш ир-ат өйләнә алмайынса ҡартайҙы. Улар хатта бәрәңге лә ултыртмай, ялланып эшләп тамаҡ туйҙыра, эсә, тәртип боҙа. Электр энергияһы өсөн аҡса түләмәгәс, уттарын өҙгәндәр. Үкенескә ҡаршы, бындай күренеш һәр ауылда күҙәтелә.
Буйҙаҡлыҡты бөтөрөүҙең һәм балалар һанын арттырыуҙың икенсе юлын табырға кәрәк. Йәштәр ғаилә ҡорһон өсөн пособие булдырыу зарур. Беҙ өйләнешкән осорҙа никах балдағы өсөн булһа ла 35-әр һум аҡса бирелә ине. Ә хәҙер беренсе тапҡыр никахҡа ингән кешегә 100 – 150 мең һум күләмендә ярҙам бирелһә, йорт һалыу йәки фатир алыу өсөн тәүге мая булыр ине. Ир-егеттең статусын күтәреү өсөн ғаилә ҡорғандағы пособиены уларға биргәндә бигерәк тә һәйбәт. Юғиһә ҡайһы берҙәренең фатир алыу түгел, туй яһарлыҡ та аҡсаһы юҡ. Әгәр һәр кем ғаилә ҡороп йәшәһә, илдә тәртип боҙоу, енәйәт ҡылыу кәмер, фәхишәлек бөтөр ине. Тәүге бала тыуғас уҡ пособие бирә башларға кәрәк. Тәүгеһе бала түгелме ни?! Донъялары етеш булһа, күптәр икенсе-өсөнсө бала тәрбиәләүҙән баш тартмаҫ ине, моғайын.
Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад