300 грамм ҡыҙыл кәбеҫтә, 300 грамм бәшмәк, ике тоҙло ҡыяр, бер баш һуған, 200 грамм ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, шәкәр ҡомо, йәшел тәмләткестәр алына.
Кәбеҫтәне туҡмас һымаҡ турарға, бер аҙ тоҙ һибергә һәм һуты сыға башлағансы ҡул менән ыуырға. Бәшмәкте бешереп алғас, оҙонса итеп киҫергә. Ҡыяр менән һуғанды ла яҡшылап йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға. Һауытҡа һалып, тәменсә тоҙ, шәкәр ҡомо һибеп, ҡаймаҡ ҡушып болғатырға. Шулай итеп, әҙер салатты табынға ҡуяһы ғына ҡалды.