600 грамм ҡабаҡ, дүрт-биш алма, бер-ике лимон, бал, бер аҙ сәтләүек алына.
Ҡабаҡ менән алманың ҡабығын әрсергә, тостарын алырға һәм йоҡа ғына итеп турарға йәки ҡырғыста ҡырырға. Тәрән эсле һауытҡа һалып, өҫтөнә лимондың һутын һығырға, ә ҡабығын ыуырға. Бал һалып барыһын бергә бутарға ла өҫтөнә ваҡланған сәтләүек һибергә.