Алма йыйыуҙың да рәте бар27.09.2013
Алма йыйыуҙың да рәте барАлма йыйыуҙы ҡойолғандарынан башларға кәрәк, сөнки һәр ҡайһыһында ҡорт йәки ҡарышлауыҡ булыуы ихтимал. Улар тотош баҡсаға тарала, шуға күрә ергә төшкәндәрен йыйып, шунда уҡ күмегеҙ.
Алмаларҙы ағастың аҫҡы ботаҡтарынан өҙә башлағыҙ. Артабан урталағыларына, аҙаҡ өҫтәгеләренә үрелегеҙ. Ошолай эшләгәндә, ергә аҙ ҡойолор. Тәлгәше менән алығыҙ, юҡһа насар һаҡлана. Ағас ботағын аҫҡа эйелдереп әйләндерергә, алманы тартып алырға ярамай. Улай иткәндә, емешле һабағын һындырырһығыҙ һәм был урында тиҙ арала ғына емеш күрмәҫһегеҙ.
Уны иртәнсәк, көн ҡоро торғанда йыйырға тырышығыҙ. Был ҡағиҙә айырыуса көҙгө һәм ҡышҡы сорттарҙы өҙөүгә ҡағыла. Ошолай иткәндә яҡшыраҡ һаҡлана.
Эшкәртеү, ҡайҙалыр алып барыу йәки оҙаҡ һаҡлау талап ителгән йәйге сорттарҙы бешеп етер-етмәҫтән йыялар. Иртә өлгөрә торған сортлылары ике-өс көн эсендә ҡыҙара, шуға күрә уларҙы һайлап ҡына өҙөргә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ағастың көньяғындағы йәки өҫтәге емештәре тиҙерәк бешә. Һуң өлгөрә торғандарына тейергә ашыҡмаҫҡа кәрәк, әммә ҡойола башлағанын көтөргә ярамай. Уңышты ни тиклем һуңыраҡ йыйһағыҙ, сифаты шул ҡәҙәр яҡшыраҡ булыр. Әммә ҡаты һыуыҡтар башлағансы ҡалдырмағыҙ, юҡһа оҙаҡ һаҡлап булмаясаҡ.


Вернуться назад