Виноградты көҙ ҙә ултыртырға мөмкин (сентябрь аҙағында һәм октябрь башында). Әммә һатып алғанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Иң элек үҫентенең ҡышты үткәрергә әҙерлеге шарт, йәғни тамыры яҡшы үҫешкән булһын. Юғиһә насар ҡышлауы ихтимал.
Көҙ ултыртҡанда ағасты күмгәнгә ҡәҙәр ҙә, аҙаҡтан да йылы һыу һибергә кәрәк. Шулай эшләгәндә үҫемлек ауырымай, ныҡлы ерегеп китә. Виноградтың яңы ултыртылғанын да башҡа ҡыуаҡтарын ҡаплаған һымаҡ ҡышҡа әҙерләйҙәр. Ябырҙан алда һабағын ҙур булмаған лутрасил киҫәге менән уратһаң, үҫешеп етмәгән
ботағы ла нормаға етә һәм яҡшы ҡышлай. Тәжрибәле баҡсасылар виноградты хатта ноябрҙә лә ултырта, мотлаҡ 40-50 градуслы ҡайнар һыу һибә. Үткән йыл ебәргән һабағын тулыһынса тиерлек ерҙә, ә ботағын өҫкө яҡта ҡалдыралар.
Киләһе яҙҙа май айы бөткәнсе тик йылы һыу һибеү кәрәк, сөнки үҫентенең тамыры йылы ярата.
Көҙ үҫентеләр бер аҙ арзаныраҡ һәм дөрөҫ ултыртҡанда, һыу һипкәндә, өҫтөн тейешенсә япҡанда бер ниндәй ауырлыҡ тыумаҫ.
Ҡыш үҫенте тонсоҡмаһын өсөн һауа инерлек урын ҡалдырыу тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Ҡар һыуы ағып инһә, үҫемлектең сереүе ихтимал, шуға ҡаплағанда быны ла иҫәпкә алыу мөһим.