Хоҡуҡ27.09.2013
Килемегеҙ түбәнме? Субсидия юллағыҙ!
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия — килемдәре түбән граждандарға дәүләт ярҙамы ул.
Уны юллау өсөн ниндәй документтар тапшырырға кәрәк?
Иң элек йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә.
Ғаилә ағзаларының паспорты, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы күсермәләре; торлаҡ бинаһынан файҙаланыу хоҡуғы тураһындағы документтың күсермәһе; ғаилә хәле тураһында белешмә; һуңғы алты ай өсөн барлыҡ ғаилә ағзаларының килеме хаҡында белешмә (эш хаҡы, стипендия һ.б.); торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү дәлиле (квартплата, квитанция) документтар талап ителә.
Субсидия юллаусы документтарҙың төп нөсхәһен һәм һаҡлыҡ кенәгәһен үҙе менән алып килә.
Һуңға ҡалманыммы?
Күптән түгел, йәшем етеү сәбәпле, пенсияға сыҡтым. Мөлкәткә һалым түләүҙә льготанан файҙалана аламмы?
Рәсәй Федерацияһы закондары менән билдәләнгән тәртиптә пенсия алыусылар төҙөлөшкә, биналарға һәм төкәтмәләргә һалым түләргә тейеш түгел.
Льготанан файҙаланыу өсөн нигеҙ — “Физик шәхестең мөлкәтенә һалымдар тураһында”ғы Федераль закон.
Льгота юллау өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым хеҙмәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡайтарып була!
2006 йылда ипотекаға фатир һатып алғайным. “Башҡортостан” гәзитендәге “Һалым һабағы” рубрикаһында уның хаҡының 13 процентын ҡайтарып булыуы тураһында уҡығас, аптырап ҡалдым. Миңә ҡайтарма алырға һуң түгелме?
Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексында фатир һатып алғанда мөлкәткә һалым ҡайтарыу өсөн күпме ваҡыт эсендә мөрәжәғәт итеү кәрәклеге аныҡ әйтелмәгән.
Һеҙгә йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым инспекцияһына 3НДФЛ формаһы буйынса декларация, 2НДФЛ формаһында килемегеҙ тураһында белешмә, һатыу-һатып алыу килешеүе, фатирға хоҡуғығыҙҙы һәм һатып алыуға тотонолған сығымды раҫлаған документтар тапшырырға кәрәк.
Ялдың иң аҙы — 28 көн
Ҡатыным аҙна һайын һигеҙәр сәғәтләп өс көн эшләй. Уға отпуск нисек булырға тейеш? Эш биреүсе уны ялға ике аҙнаға ғына ебәрә.
Түләүле төп отпуск 28 көндән тора. Хеҙмәткәр, тулы йәки тулы булмаған көндә эшләүенә ҡарамаҫтан, уны алырға хаҡлы. Тулы булмаған эш көнөндәгеләрҙең отпускындағы айырма аҡса күләменә генә бәйле.