Психолог фекере27.09.2013
Баланың дәрте һүнмәһен

Бала мәктәпкә барыу ваҡытын көтөп ала. Әммә, ғәжәп, бер ай үтер-үтмәҫтән дәрескә йөрөргә теләмәй. Өйгә эшен дә ата-әсәһе әрләп йәки көйләп кенә әҙерләтә. Уҡыусыға нимә булған һуң?
Башланғыс мәктәп уҡытыусылары әйтеүенсә, балаларҙың уҡырға дәрте һүнеүендә иң элек ата-әсә үҙе ғәйепле.
Бик йыш күҙәтелгән хата — баланы вундеркинд итеп үҫтереү теләге. Мәктәпкә барыр алдынан уҡ үҫмер I класс материалын үҙләштерә. Уның алға ынтылғыһы килә, ләкин мәктәп программаһы буйынса был рөхсәт ителмәй. Ата-әсәне аңлап була, әлбиттә: ҡыҙының йәки малайының төплө белем алыуын теләйҙәр бит. Әгәр бала һәләтле икән, ярҙамдан тыш та үҙен күрһәтәсәк. Ә ҡәҙимге уҡыусыға күп уҡыу файҙаға түгел. Ул тиҙ арый, китап тотоп оҙаҡ ултырһа, уҡыуҙы ялҡытҡыс, ауыр бурыс итеп күрә һәм дәресен иренеп кенә әҙерләй.
Баланы мәктәпкә әҙерләү уның хәтерен, иғтибарын, тирә-йүнде өйрәнеү һәләтен үҫтереүҙән дә тора. Ата-әсәнең төп бурысы — уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу һәм уны артабан үҫтереү.
Беренсе класс уҡыусыһының ауыр психологик стресс кисереүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Уның өсөн башҡа төрлө тормош башлана һәм яңы тәртипкә тиҙ генә өйрәнеп китеүе ауыр. Башҡа мөхиткә эләгәһең, тәрбиәсе урынына — уҡытыусы. Шулай уҡ яуаплылыҡ өҫтәлә. Ә ата-әсә ярҙамлашыу урынына тағы ла күберәк эш йөкмәтә. Бынан тыш, бала ваҡытын юҡ-барға сарыф итмәһен тип төрлө секцияға, түңәрәккә яҙҙыралар. Үҫмер быларҙың барыһын да бер юлы атҡара алмай, әлбиттә.

Тәүлекте нисек оҙайтырға?

Ваҡытты нисек үткәрергә икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Эште ойоштороу буйынса белгестәр тәүлектең һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланыу юлдарын эҙләгән. Шуларҙың береһе ябай ғына: йышыраҡ ял итегеҙ.

Фредерик Тейлор (хеҙмәт һәм менеджментты ойоштороуға нигеҙ һалыусы) инженер сағында ҡыҙыҡлы тәжрибә яһаған. Бер эшсе көнөнә 12,5 тонна суйын ташыған һәм төшкө аш ваҡыты еткәндә хәлдән тайып йығылған. Тейлорҙың кәңәше буйынса ул бер көндә 26 минут эшләгәндән һуң 34 минут ял итә башлаған. Һөҙөмтәлә 47 тонна йөк ташыған (элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк)! Иҫәпләп ҡараһаң, ул эш көнөнөң байтаҡ өлөшөн ял итеп үткәргән һәм һис тә талсыҡмаған. Аңлашылыуынса, эшсе арыуы еткәнгә ҡәҙәр ялға туҡтаған. Баҡтиһәң, ял итеп алыу һис тә насар түгел икән.

Сәғәт уғы яй күскән кеүекме?

Психологтар иҫбатлауынса, кеше ыңғай хис-тойғо кисергәндә, ваҡыт тиҙерәк үткәндәй тойола. Ә бына күңелһеҙләнгәндә, сәғәт уҡтары ифрат яй күсә һымаҡ.
Әммә ваҡыт үтеүгә, халәт тә үҙгәрә. Мәҫәлән, таныш кеше менән осрашыуҙы асыҡ хәтерләйбеҙ. Теш табибында ултырған мәл йоҡо аралаш һымаҡ ҡына иҫкә төшә.
Ваҡыт әрәм үтмәһен өсөн ни эшләргә һуң? Йорт мәшәҡәттәрен ыңғай хис-тойғо менән атҡарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, эшкә тотонор алдынан дуҫтарығыҙға шылтыратып алығыҙ, яратҡан йырығыҙҙы тыңлағыҙ һәм башҡалар. Шулай иткәндә, өй йыйыштырыуға сарыф иткән ваҡыт файҙаһыҙ үтмәгәндәй булыр.
Кәйефегеҙ ҡырылған саҡта ауыр йәки күңелегеҙ тартмаған эшкә тотоноғоҙ. Мәҫәлән, балкон таҙартығыҙ, ҡыйҙарҙы ташлағыҙ. Әлбиттә, асыуланып эш башлау яҡшы түгел, әммә бөтөнләй хис-тойғоһоҙ йәшәү унан да яманыраҡ.

Бөхтәлек файҙаға ғына...

Өй йыйыштырып, тәртип, бөхтәлек булдырабыҙ, сәләмәтлекте лә нығытабыҙ. Ғалимдар тотонолмай башлаған, кәрәк түгел тип иҫәпләгән әйберҙәрҙән ҡотолоуҙың психика өсөн файҙалы булыуын асыҡлаған.
Иҫке-моҫҡоһон ваҡытында ташламаған кешеләрҙә ул әйберҙәргә ҡарата бәйлелек тыуа икән. Етмәһә, йортонда тәртип булдыра алмауы өсөн йыш ҡына депрессияға бирелә. Бынан тыш, йорт-ереңде йыйыштырыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта, шәкәрҙең үҙләштерелеүен еңелләштерә һәм организмдың һалҡын тейеүгә ҡаршы тороусанлығын арттыра.


Вернуться назад