Ҡартлыҡ шатлыҡ булмағанда27.09.2013
Ҡартлыҡ шатлыҡ булмағандаҠартлыҡта яҡты зиһендең томалана барыуы, аҡыл еңеләйеүе ҡапыл ғына башланмай, бигерәк тә ҡан баҫымынан, атеросклероздан һәм инсульттан яфаланған кешеләрҙә күҙәтелә был сир. Башындағы һуштың китеүенең тәүге билдәләре беленеү менән өлкән кеше үҙһүҙлерәк, уҫалыраҡ була башлай, холҡо үҙгәрә, хис-тойғоға йышыраҡ бирелә, уйлау һәләте түбәнәйә. Аҡылындағы ошондай үҙгәрештәр уның үҙенә генә түгел, тотош ғаиләһенә ауырлыҡ тыуҙыра. Ауырыуҙың ҡылығы, асыуын тышҡа сығарыуы өсөн яҡындарына йыш ҡына оялырға ла тура килә. Былар барыһы ла уға тәрбиә күрһәтеүҙе ҡыйынлаштыра. Һис һүҙһеҙ, бындай пациентты ҡарауы еңел түгел, әммә ошо хәлде көйләүсе бер нисә ысул бар. Мәҫәлән, уға көнөн нисек үткәртеүҙе планлаштырырға кәрәк, әммә күнегелгән эштәренән айырмаҫҡа тырышығыҙ.
Кейендергәндә ашыҡтырмағыҙ, әгәр үҙе тотона икән, дәртләндереп, маҡтап ебәрегеҙ.
Иркен, тайҙырмай торған аяҡ кейеме һайлағыҙ, әйберҙәрен нисек кейҙереү уңайлы — шулай һалып ҡуйығыҙ.
Яңғыҙын өйҙә ҡалдырған осраҡта газды һүндереп китергә онотмағыҙ.
Йыуыныу бүлмәһендә, бәҙрәфтә тотонор урын булдырығыҙ, тайып китмәһен өсөн балаҫ йәйегеҙ.
Хәүеф тыуҙырырҙай электр ҡорамалдарын йәшереп ҡуйығыҙ.
Ишек һәм тәҙрәләге йоҙаҡтарҙы тикшереп тороғоҙ. Сәнсә йәки киҫә торған нәмәләрҙе, химик матдәләрҙе күренмәҫлек урынға алып ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ.
Зиһендәре тарҡалыу сәбәпле, әле генә әйткәнде онотоуҙары, бер үк һүҙҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлауҙары ихтимал. Шуға күрә йыш әйтергә тура килгән яуаптарҙы ҡағыҙға яҙып бирегеҙ, нисек тә иғтибарын башҡаға йүнәлтегеҙ. Улар хатта ҡасан ашағанын, ҡалаҡты ҡайһылай тоторға икәнлеген дә онотоусан. Яҡындарыбыҙ йыш ҡына әйберҙәрен ҡайҙа ҡуйғанын иҫләмәй. Юғалған нәмәһен туғандары йәки башҡа кеше урлаған тип тә ғәйеп таға. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бындай ҡылыҡ-фиғеле бары тик хәтере насарайыуҙан ғына.
Юғалтҡан әйберен һеҙҙән таптырһа, ҡуҙғымағыҙ, ә йомшаҡ ҡына, тауышығыҙҙы күтәрмәй генә яуап бирегеҙ. Үҙегеҙҙә фатирҙың алмаш асҡысын тотоғоҙ. Бәлки, әйбер йәшереп ҡуйырға яратҡан урыны барҙыр — белегеҙ. Юғалттым тигән нәмәһен эҙләшкән булығыҙ һәм табырға ярҙам итегеҙ. Ҡулынан килерлек эш ҡушыу ҙа уны үҫендереп ебәрә. Табип яҙған дарыуҙарҙы эсеүен күҙәтегеҙ. Өйҙән сығып китеп, аҙашып йөрөүҙәре ихтимал, шуға күрә ишектең бикләнеүен тикшерегеҙ. Һеҙҙең исемегеҙ һәм телефон номерығыҙ яҙылған ҡағыҙҙы үҙе менән йөрөтһөн.
Тағы бер нисә кәңәш. Уға мөһим һаналған нәмәләр, кешеләр һәм хәл-ваҡиғалар хаҡында һөйләшегеҙ. Был уға ҡайҙа һәм ҡайһы ваҡытта йәшәүен белергә, ғөмүмән, йүнәлеш алырға ярҙам итер. Бәләкәй генә уңышы өсөн дә маҡтағыҙ. Һау-сәләмәт кеше өсөн ғәҙәти тойолған нәмә лә — аҡылына еңеллек килә башлаған ҡарттар өсөн оло ҡаҙаныш. Ә уңышҡа өлгәшеүен тойоу уны ҡанатландырып ебәрә. Хәтирәләргә бирелһен, мәҫәлән, элекке йылдарҙағы музыканы тыңлаһын, иҫке китаптарҙы, журналдарҙы, фотоальбомдарҙы ҡараһын. Тәҙрәгә баҡһын, тирә-яҡты күҙәтһен, сәғәткә, календарға күҙ һалһын өсөн ҡайһы миҙгел, ниндәй көн булыуын һорағыҙ, гәзит уҡытығыҙ. Әгәр берәй нәмә үҙгәртергә кәрәк икән, ашыҡмағыҙ, ауырыу күнеккәнсе көтөгөҙ.


Вернуться назад