Юл хәүеф тыуҙырмай25.09.2013
«Бельский ауыл хакимиәте биләмәһендә Игенйылға, Ҡотлоғужа, Яңы Ҡарамыш ауылдары ҡарай. Улар Красноусол ауылынан 20 саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан. Өфө — Красноусол юлынан Игенйылға — 3, Ҡотлоғужа — 8, Яңы Ҡарамыш 10 саҡрым алыҫлыҡта ята. 375 хужалыҡта барлығы 970 кеше йәшәй. Ауылдарҙа мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике магазин бар.
Күп йылдар рәттән инде район етәкселәренә ошо ун саҡрым ғына араға асфальт һалыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Яҙғы-йәйге осорҙа юлдар төрлө ҙурлыҡтағы соҡор-саҡыр менән сыбарлана. Ямғырҙа бысраҡҡа батһаҡ, аяҙ көндәрҙә ауылды туҙан болото ҡаплай. Ҡотлоғужа ауылында шифалы шишмә бар. Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән халыҡ шунан өҙөлмәй. «Тере шишмә» булараҡ даны тотош илгә таралған ауылға илткән юлдың шундай хәлдә булыуы райондың ғына түгел, республиканың абруйын төшөрә».
Ошондай борсоулы хат менән мөрәжәғәт иткәйне беҙгә Ғафури районының Бельский ауыл биләмәһе халҡы. Уларҙың үтенесен Башҡортостан Юл хужалығы идаралығына ебәрҙек. Күптән түгел етәксе урынбаҫары Р.Н. Ноғомановтан ошондай яуап алдыҡ: «Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы 29,4 километр оҙонлоғондағы “Цапаловка – Яңғыҙҡайын – Алатана” юлының 5,1 – 14,6-сы участкаһындағы 9,5 километрҙа ремонт үткәрелде. Ул IV категориялы автомобиль юлдарына ҡуйылған норматив талаптарға тулыһынса яуап бирә.
2012 йылдың 18 декабрендә ҡул ҡуйылған дәүләт килешеүе нигеҙендә “Цапаловка – Яңғыҙҡайын – Алатана” юлын “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ғафури юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тейешле кимәлдә хеҙмәтләндерә. Юлда автомобиль транспортына хәүеф тыуҙырырҙай урындар юҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәре йә иһә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре тарафынан юлдың торошо буйынса дәғүә юҡ».


Вернуться назад