Өлкәндәр ихтирамға лайыҡ25.09.2013
1 октябрь — Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө — Башҡортостанда өлкәндәргә көнкүрештә ярҙам күрһәтеү, матди яҡтан булышлыҡ итеү маҡсатында шәфҡәтлелек айлыҡтары, ун көнлөктәре һәм аҙналыҡтарын башлап ебәрергә тейеш.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ошо турала белдерҙе. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, вице-премьер ошондай сараларға булышыуҙы һорап хакимиәт башлыҡтарына, бюджет ойошмалары етәкселәренә мөрәжәғәт итте.
“Өлкәндәр ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Тәжрибәле, аҡыллы оло быуын Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған, балаларыбыҙҙың, Тыуған илебеҙҙең киләсәге хаҡына тырышып эшләгән. Йәш быуын өсөн улар батырлыҡ, хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһө булып ҡаласаҡ”, — тигән фекерҙә Лилиә Ғүмәрова.