170 йәшлек ҡарағас ҡайҙа үҫә?25.09.2013
Башҡортостандағы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының идаралыҡ һәм комитет хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшерә.
— Был эш Башҡортостандағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен инвентаризациялауға әҙерлеккә ярашлы уҙғарыла, — тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова. — Сараның маҡсаты — тәбиғәт ҡомартҡылары торошон баһалау, өр-яңы махсус биләмәләр асыу өсөн ҡиммәтле объекттарҙы билдәләү, Дәүләт кадастры мәғлүмәттәрен яңыртыу.
Матбуғат секретары әйтеүенсә, министрлыҡтың Сибай комитеты хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡомартҡыларын тулыһынса тикшергән. Әле Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында 15 ҡомартҡы иҫәпләнә. Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылындағы ҡарт ҡарағас Көньяҡ Уралдағы ылыҫлы ағастар дендрологияһы һәм фитогеографияһы өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Әле был ағасҡа — 170 йәш. Көньяҡ Урал далаларында ул — иң ҡарт ағас.
— Тәбиғәт ҡомартҡыһын урындағы власть даими күҙәтә. Быйыл ағасты уратҡан ҡойма яңыртылған, тирә-яҡтағы биләмә төҙөкләндерелгән, мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған, — тип билдәләй белгестәр.