Ауыр хеҙмәт ул — белем биреү29.12.2011
Ауыр хеҙмәт ул — белем биреүКисә республиканың тәрбиә һәм белем биреү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән бер төркөм уҡытыусылары Яңы йыл байрамы алдынан Рәсәй Президентының матур бүләген — Рәхмәт хатын алып һөйөндө. Ил башлығының ҡотлау сәләмен Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов тапшырҙы.
— Белем биреү — иң ауыр хеҙмәт, — тине Әлфис Суфиян улы. — Тормошта уҡытыусы һөнәренән дә изгерәк, абруйлыраҡ эш юҡтыр. Улар тәү сиратта бала күңеленә теләктәшлек һәм миһырбанлыҡ нигеҙҙәрен һала, йәмғиәтебеҙҙең интеллектуаль һәм әхлаҡи нигеҙен формалаштыра. Илдең дә киләсәге уҡытыусының яуаплылығына, фиҙакәр хеҙмәтенә бәйле. Шуға мәғариф өлкәһенең тотороҡло үҫешенә берәү ҙә битараф ҡалырға тейеш түгел. Әлбиттә, талаптар арта. Уҡытыусы бер туҡтауһыҙ үҫергә, камиллашырға, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа быға булышлыҡ итергә тейеш.
Артабан мәғариф министры республиканың иң көслө уҡытыусыларын билдәләп үтте. Был көндө юғары педагогик оҫталыҡтары өсөн Рәсәй Президентының Рәхмәт хаттарына Республика балалар экология-биология үҙәгенең бүлек мөдире Эльза Ғәббәсова, баш ҡаланың 197-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рима Ғәлиуллина, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 26-сы мәктәбе уҡытыусыһы Елена Кузьмина, Белорет ҡалаһындағы 17-се гимназияның директор урынбаҫары Ольга Масленникова, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников, Өфөнөң 65-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Насирова, баш ҡаланың 105-се гимназияһы уҡытыусыһы Владимир Раевский, Стәрлетамаҡ районының Рощинский урта мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Сәлимйәнова һәм Дыуан районының Вознесенка урта мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Тряскина лайыҡ булды. Әлфис Ғаязов уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте, уңыштарын юғары баһаланы, киләсәктә лә яңы еңеүҙәр теләне.
— Рәхмәт хаттарын тәү сиратта уҡыусыларыбыҙға ҡайтарып ҡалдырыр инек. Һәләтле, аҡыллы уҡыусылар менән генә яҡшы уҡытыусы булырға мөмкин. Беҙҙе улар үҫтерә, яңы үрҙәргә, бейеклектәргә улар дәртләндерә, — тине бүләкләнеүселәр.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад