Кемгә — һыу, кемгә — утын...25.09.2013
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Роман Антонов видеоконференция рәүешендә округ төбәктәренән граждандарҙы ҡабул итте. Унда Башҡортостан халҡы ла ҡатнашты.

Өфө районының Михайловка ауылынан торлаҡ биреү буйынса суд ҡарарын үтәүҙә булышыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Вәкил ярҙамсыһына хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәте мәсьәләне яйға һаласаҡ — ноябрҙә социаль яллау шарттарында фатир биреләсәк. Пермь крайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йортто һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Һөҙөмтәлә уның өйөн һыу селтәренә тоташтырыу, киләһе йыл октябрҙә йылылыҡ менән тәьмин итеү, быйыл ҡышҡа утын килтереү хаҡында яуап алынды. Ырымбурҙа йәшәгән ҡатын иһә йорт ҡыйығын йүнәтеүҙә ярҙам күрһәтеүҙе үтенде. Ырымбур өлкәһендәге төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары эште 10 ноябргә тиклем башҡарырға вәғәҙә бирҙе. Вәкил ярҙамсыһы биргән күрһәтмәләрҙең үтәлешен төбәктәрҙәге баш федераль инспекторҙар тикшерәсәк.


Вернуться назад