Ут эсенән килгән хаттар25.09.2013
Ут эсенән килгән хаттар“Һуғышырға, дошманды еңергә өйрәндем”, —
тип яҙа күренекле әҙип Низам Ҡәрип хаттарының береһендә.
Ул ваҡытта Советтар илен генә түгел, бөтә донъя йәмәғәтселеген таң ҡалдырып, ватандаштарыбыҙ Сталинград һуғышында немец ғәскәрҙәрен дөмбәҫләй. Мин ул саҡта ни бары икенсе класта уҡыусы бала, әммә ил яҙмышы ғына түгел, донъя яҙмышы Волга ярҙарына яҡын дөрләп янған ут эсендә хәл ителәсәген аңлай инем. Ауыл аҡһаҡалдарынан берәү әйтте: имеш, Гитлер Төрөк хөкүмәтен ҡоторта. Әгәр һуғышта төрөк армияһы ла ҡатнашһа, ахырызаман киләсәк...

Низам Ҡәриптең өс шатлығы-ҡыуанысы — өс балаһы үҫә. Бөгөн шуларҙың Гөлдәр исемлеһе атаһының тормошона, эшмәкәрлегенә һәм хәрби батырлығына бағышланған бай материал туплаған. Оҙон-оҙаҡ йылдар дауамында ҙур тырышлыҡ һалып тупланған архив папкаһын Республика хәрби дан музейына тапшырҙы. Гөлдәр ханымдың ҡәҙерле атаһының иҫтәлеген һаҡлай алыуы — үҙе бер күркәм күренеш.
Низам Ҡатил улы Ҡәрипов Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1905 йылда тыуған. 1929 йылда Ҡазанда рабфак һәм Коммунистик университет тамамлай, журналист дипломы ала. Артабан Ейәнсура районында МТС-та бүлек начальнигы, бер үк ваҡытта район гәзите мөхәррире булып эшләй. Оҙаҡламай Маҡар районына күсерелә, унда фәҡәт район гәзите мөхәррире булараҡ танылыу таба. Ошо сәбәпле партия Өлкә комитеты Низам Ҡәрипте Өфөгә саҡыра һәм “Башҡортостан” гәзитендә партия тормошо бүлеген алып барыу вазифаһын йөкмәтә.
Төплө белемле, яңылыҡҡа ынтылыусан һәм кешеләр менән тиҙ танышып, уларҙың ижади үҫешенә ярҙам итеүсе Н. Ҡәрип һәр ерҙә лә уңышлы эшләй. Яҙыусылыҡ таланты 30-сы йылдар башында уҡ асыла, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре менән танылыу яулай.
1939 йылда уның Башҡортостан Яҙыусылар союзының беренсе секретары итеп һайланыуы ла тәбиғи. Н. Ҡәрип драматик әҫәрҙәр генә түгел, балалар өсөн дә яҙа, очерктар оҫтаһы булып китә. Йәшәргә лә йәшәргә, донъя диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөргә, ғаиләһен хәстәрләп, тулы ҡанлы тормош бәхетен татырға ине лә, ләкин яуыз ниәтле гитлерсылар һуғыш башлай...
Һөйөклө ҡатыны Мәхүб Ғарифулла ҡыҙы Усманова хәтирәләренән: “Низамға бронь бирелгәйне, ләкин ул һуғышҡа үҙе теләп китте. Намыҫлы кеше ине, ғаиләгә бирелгәнлеге, ысын дуҫ булыуы менән айырылып тора ине. Хәстәрлеге — үҙе бер күркәм сифат. Ғүмере буйы талант эйәләренең үҫешен ҡайғыртып йөрөнө. Кемдеңдер ижади мөмкинлектәрен күреп ҡалһа, уға ихлас ярҙам ҡулы һуҙыр ине.
Фронтҡа барғас, һалдаттар менән бер ҡатарҙан ҡыйынлыҡтар кисергән, ләкин зарланманы. Һағыныу хистәрен ике һүҙ менән аңлата ине. Ғәжәп дәрәжәлә оптимист булды”.
Низам Ҡәриптең ғаиләһенә яҙған хаттарынан өҙөктәр килтерәм.

1942 йыл, 6 июль.
Мәхүб!
Китеп барабыҙ. Ваҡыт юҡ. Әлегә һау-таҙамын. Ҡолмойҙан хат алдым. Хат яҙһаң, “г. Вологда, до востребования” тип яҙ. Беҙ унда булғылайбыҙ.
Хәҙергә хуш. Һағынып, Низам.

***
1942 йыл, 23 июль.
Мәхүб!
Мин күптән түгел хат һалғайным, алғанһығыҙҙыр. Хәҙер беҙ эш өҫтөндә. 22-се информация йүнәлешендәбеҙ. Килеп туҡтағанға ике-өс көн генә. Бөтәбеҙ ҙә һау, таҙабыҙ.
Көндәр бик ямғырлы. Бысраҡ. Ашлыҡтар бик уңған. Ләкин нисек йыйып бөтөрөрҙәр... Башҡаса яҙырлыҡ хәбәр юҡ. Адрес та юҡ. Хәҙергә хуш. Һағынып, Низам.
***
1942 йыл, 26 июль.
Мәхүб!
Мин һеҙгә һуңғы аҙналарҙа күп хат яҙып һалдым, ләкин һеҙҙән алғаным юҡ. Уныһы аңлашыла — адресым булманы. Хәҙер төп урынға килеп тамырландыҡ. Адресым билдәле, шуға күрә өмөтләнеп хаттар көтәм. Тиҙерәк яҙығыҙ!
Тормош һәйбәт. Эш күп. 20–24 июлдә сыҡҡан хәбәрҙәрҙе уҡығыҙ. Унда беҙҙең эштәрҙе лә самалап була. Барығыҙға ла сәләм! Низам.
***
1942 йыл, 6 сентябрь.
Мәхүб!
Мин был арала хаттарҙы йыш яҙып торам. Ҡулға ҡәләм алыр ваҡыт табылғанда, хаттар бара торһон, тим.
Беҙҙең фронтта эштәрҙең ҡайһылай торғанын гәзиттәрҙән уҡып беләһең. Шулай... Бер өс–дүрт көн араһы, беҙҙең фронт хәлдәре тынысыраҡ һәм аҙ булһа ла алға китеш бар. Калинин фронты күңелде бик күтәрҙе. Дошмандың серен асты.
Тиҙерәк еңәһем килә. Еңәһе лә элеккесә бәхетле донъя көтәһе килә. Һағындыра. Яңынан нәҡ һигеҙ көндән бер йыл була беҙҙең айырылғанға. Көндәлек тормошта, дөрөҫ, төрлөһө булып тора. Шулай ҙа һағынам, бик һағынам...
Өйҙән күптән инде хат юҡ. Кемдәр ҡайҙа, ни хәлдәрҙә — белгән юҡ. Барығыҙҙы ла һағынып, Низам.

***
Тарихтан:
Европала икенсе фронт юҡлыҡтан файҙаланып, немец командованиеһы 1942 йылдың июнендә Сталинград йүнәлешендә бик күп көс туплай. Гитлер немец генералдары менән 24 июнь кәңәшмәһендә “Рустарҙың ҡаршылығы бик йомшаҡ буласаҡ” тип раҫлай, ләкин “хәл иткес һөжүм” ниәтләгәнсә килеп сыҡмай. Курск йүнәлешенән алға ынтылмаҡсы булған “Вейхс” армияһы төркөмө һаҙлыҡҡа батҡандай тотҡарланып ҡала.
Был осраҡта Курск өлкәһенә ҡараған Тербуни районындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының дошман ғәскәрҙәрен ышаныслы тотҡарлап тороуын, Сталинградҡа табан үтеүенә юл ҡуймауын да хәтергә төшөрөү урынлы.
Мәғлүм булыуынса, Сталинград һуғышы 17 июлдән 19 ноябргәсә дауам итә. Резервтан 62-се, 63-сө һәм 64-се армиялар килтерелә. Бөтәһе ун армия. Ләкин күбеһе һуғыштарҙа күпселек көсөн юғалтҡан. Совет һалдаттарының дошманға булған нәфрәте сикһеҙ. Өҫтөнлөк — һәр тарафтан немецтар яғында. Беҙҙекеләрҙең берҙән-бер мөмкинлеге — Волга аша сығып йөрөү, баржалар һәм кәмәләр ҡулланыу. Нимә генә булмаһын, рухи өҫтөнлөк беҙҙекеләр яғында. Геббельс ялсылары тонналап листовкалар таратҡанда ла, улар ныҡышмалы ҡаршы тороуҙы дауам итә. Ә һуғыш бер көн, бер аҙна түгел, бер нисә ай туҡтауһыҙ дауам итә.
Низам Ҡәрип һәм яуҙаштары тимер иреп аҡҡанда ла түҙә.
(Аҙағы бар).


Вернуться назад