Тарҡаубыҙ шул...25.09.2013
(Тамара Ғәниева, “Система”, 2013 йыл, 3 сентябрь, № 173)
“Ойошҡанлыҡ юҡ. Башҡортостанда бынамын тигән яҡташтар ойошмалары бар. Әммә уларҙың да эшмәкәрлеге унда-һанда йыйылышыуға, байрамдар ойоштороуға ғына ҡайтып ҡала. Бындай яҡташлыҡтар изге ниәтле системаға һалынһын ине”, — тип яҙа үҙенең мәҡәләһендә Тамара Ғәниева.
Милләтебеҙгә хас сирҙәрҙе өҫкә күтәреп сыға автор. Шул уҡ тарҡаулыҡҡа ялҡаулыҡты ла өҫтәй. Уға тағы бер-беребеҙҙе күрә алмаусанлыҡ ҡушыла. Ғәмһеҙлек, битарафлыҡ та хас беҙгә. Ары һуғылабыҙ, бире һуғылабыҙ, эшебеҙҙе системаға һалып ҡына һәүетемсә атламайбыҙ. Хатта арабыҙҙа ундайҙар килеп сыҡһа, уларҙы эттән алып эткә һалып һүккән булабыҙ. Аҫтыртын ғына көләбеҙ, мыҫҡыл итәбеҙ. Торған булабыҙ ҙа икенсе милләт тирмәненә һыу ҡоя тип ғәйеп ташлайбыҙ. Шул да булған ғәҙәт, ыстағи.
Бөгөн йәштәребеҙ, Тамара Ғәниева әйтмешләй, ҡалаларҙа йыһани дәүмәл хаҡындағы фатирҙарҙы һатып ала алмай, ауылдарҙа йорт һалып инәйем тиһә — ер ҡиммәт, ата-бабаларың ҡан түгеп һаҡлаған, үҫтергән урмандарыңдан йорт һалыр өсөн ағас йығып ҡара! Хәҙер ағас йығыу түгел, ҡош-кейек тә аулай алмайбыҙ түгелме? Емеш-еләк йыйыр өсөн дә махсус ҡағыҙ талап итмәҫтәр тип кем гарантия бирә ала? Ә беҙ һаман бер-беребеҙ менән булышып маташабыҙ.
Еребеҙ наҡыҫая. Еребеҙ менән бергә телебеҙ наҡыҫая, рухыбыҙ емерелә. Ә беҙгә һаман арба ватылһа — утын, үгеҙ үлһә — ит. Телебеҙ ҙә үтмәй, тешебеҙ ҙә тупаҫланды һуңғы ун-ун биш йыл эсендә. Быға йөмһүриәтебеҙҙең элекке хужаһы ла үҙ өлөшөн индерҙе, бөгөнгө хакимдар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ләкин хакимдарға ғына ҡарап йәшәргә беҙ өйөр закондарына буйһонған мал түгел дә инде. Беҙҙең йәмғиәттә барған ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекеребеҙ, үҙ позициябыҙ булырға тейеш.
Хәйер, бер уйлаһаң, беҙ шул мал өйөрөнән алыҫ та китмәгәнбеҙ инде. Элек йырла тиһәләр — йырланыҡ, бейе тиһәләр — бейенек. Майҙанға сығырға кәрәк тиһәләр, атылып майҙанға сыҡтыҡ. Ике йыл элек “өйөр айғыры”нан яҙғайныҡ, ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй баҙап ҡалдыҡ. Шуны ғына аңдып торған бәғзе берәүҙәр өйөр таралған утлауҙы туй майҙанына әйләндереп, шатлыҡтарынан нимә эшләргә белмәй, бейергә керештеләр ҙә киттеләр. Беҙ баштарыбыҙҙы баҫып, ҡойроҡтарҙы һыртҡа һалыуҙы хуп күрҙек.
Ошоларҙың барыһын да йөрәге аша үткәреп һыҙлана Тамара Ғәниева. Бер бөгөн генә әсенмәй ул. Әгәр кемдәрҙер уның публицистикаһы менән аҙ ғына таныш икән, белә торғандыр, күптән борсола шағирә тыуған еренең яҙмышы, халҡының киләсәге өсөн.
Лариса Абдуллинаның тәҡдиме үтә лә урынлы һәм хуплауға лайыҡ. Тамара апай күптән халыҡ шағиры исеменә лайыҡ. Был минең генә фекерем түгел. Уны күптәр халыҡ шағирәһе булараҡ ҡабул итә. Мәләүездә эшләгәнемдә бер ауыл мәктәбендә балалар менән осрашып һөйләшеү форсаты тыуҙы. Халыҡ шағирҙары, яҙыусылары хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер уҡыусы Тамара Ғәниеваны ла халыҡ исемен йөрөткәндәр иҫәбенә индереп ебәрҙе. Урыҫтар әйтә бит: “Устами младенца глаголит истина”, — тип. Бала күңеле һиҙгер була ул. Шуны беҙ ҙә раҫлап ҡуяйыҡ, йәмәғәт.