Ауыл эшсәндәренә быйыл да еңелдән булманы: тәүҙә ямғыр көтөп зарығылды, аҙаҡ туҡтауһыҙ яуындан баҫыуҙар ҡурпы, ҡый үләне менән тулды, техника үтеп ингеһеҙ хәлгә етте. Көҙгә табан ғына килгән аяҙ көндәр, ниһайәт, ашлыҡты йыйырға мөмкинлек бирә, шуға күрә бөгөн баҫыуҙар комбайн, ашлыҡ тейәгән йөк машиналары тауышынан гөж килә, игенселәр, һәр минутты файҙаланып ҡалырға тырышып, алһыҙ-ялһыҙ тир түгә.
Баймаҡ районының иң алдынғы хужалыҡтарының береһенә — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге кооперативҡа килеп еткәндә, эштең иң ҡыҙыу мәле ине. 240 гектарҙа арпа сәселгән Ҡараһыу баҫыуына дүрт техника йәлеп ителгән. Комбайндарҙа — хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары Закир Балхин, Альберт Шахморатов һәм Зөфәр Үтәбаев. Әйткәндәй, хужалыҡта урып һуғыу буйынса ярыштар ойошторола, еңеүсегә аҡсалата премия һәм игенләтә түләү ҡаралған.
Баҫыуҙарҙан ырҙын табағына ашлыҡ ташыуҙа “КамАЗ” водителе Дамир Үҙәнбаевҡа тиңләшеүсе юҡ — ул көн дә уртаса 500 центнер яңы уңыш илтә. Ураҡта оҙаҡ йылдар ҡатнашҡан тәжрибәле механизатор Закир Балхин әйтеүенсә, быйыл уңыш күпкә яҡшыраҡ, шуға күрә эшләүе лә күңелле. Игенселәр ваҡыт менән иҫәпләшмәй, көн ҡоро торғанда, баҫыуҙан төнгә ҡәҙәр ҡайтмай эшләй. Улар өсөн көнөнә ике тапҡыр йылы аш ҡаралған, техниканың боҙолоуына юл ҡуйылмай, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ителгәндәр. “Ямғыр яуып ебәрмәһә, 10 — 15 көндән ураҡты тулыһынса тамамларға иҫәп”, — ти игенселәр.
Хужалыҡтың профком рәйесе Морат Ишкинин менән артабанғы баҫыуға юл тотабыҙ. Бында мал аҙығы әҙерләү әле лә йылдам бара. Ике йылға етерлек запас йыйылһа ла, хужалыҡ эшселәре ҡул ҡаушырып ултырмай: булғанында эшләп ҡалыу зыян итмәҫ, тиҙәр. Бөгөн кооперативта 12 400 тонна бесән, 39 850 тонна сенаж, 23 850 тонна силос, 4 500 тонна һалам әҙерләнгән, был — районда иң юғары күрһәткес. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл кукуруз күкрәп үҫкән, уңыш ҙур булмаҡсы, яҡын арала уны силосҡа һалаһы бар. Шулай уҡ ауыл эшсәндәре өсөн страховка культураһы тип иҫәпләнгән ужым арышының да уңышы юғары, киләһе йылға уны сәсеү күптән тамамланған да инде. Хужалыҡ етәкселеге ауыл халҡына арзан хаҡҡа бесән, һалам һата, уңыштан бер өлөштө үҙ эшселәренә бушлай тарата. Шулай уҡ теләгәндәргә иген, ҡош-ҡорт өсөн ем дә тәҡдим ителә.
Ғөмүмән, ураҡ осоро бер аҙға һуҙылыуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәренең кәйефе көр. Һәр кем быйылғы хәлде яҡшы аңлап, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға барлыҡ тырышлығын һала.