Вәхшиҙәрҙән кем аралар?24.09.2013
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, терроризм — барлыҡ илдәргә лә янаған ҙур хәүеф. Әле ҡурҡыныс хәбәрҙәр Африка тарафтарынан килә. Уҙған шәмбе Кенияның баш ҡалаһы Найробиҙағы “Уэстгейт” сауҙа комплексында булған ҙур теракт донъяны тағы ҙур хафаға һалды.

Ҡоралланған бандиттар 21 сентябрҙә, сауҙа комплексына килеп инеп, бер нисә бомба ташлаған, аҙаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ундағы кешеләрҙе атырға тотонған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 68 кеше һәләк булған, 200-гә яҡыны төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаларға оҙатылған. Теракт ҡорбандары араһында Кения президентының туғаны һәм уның буласаҡ ҡатыны, Гангтан билдәле шағир Кофи Авунар ҙа бар икән. Бәләкәй балалар һәм сит ил граждандары ла һәләк булған.
Кенияның эске хәүефһеҙлек министры Джозеф Оле Ленку хәбәр итеүенсә, һөжүм башланғандан алып бинанан меңгә яҡын кеше сығып китә алған, әммә бандиттарҙа аманат итеп ҡалдырылғандар ҙа бар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 10-15 террорсы утыҙға яҡын кешене әлегә тиклем сығармай. Сауҙа комплексын полиция хеҙмәткәрҙәре уратып алған, аманаттарҙы ҡотҡарыу һәм террорсыларҙы ҡоралһыҙландырыу буйынса операция дауам итә.
Теракт өсөн яуаплылыҡты Сомалиҙа партизандар һуғышы алып барған “Аль-Шабаб” радикалдар төркөмө үҙ намыҫына алған. Уларҙы “Әл-Ҡәһиҙә” террор ойошмаһына бәйле тиҙәр. Әйткәндәй, боевиктар бинаға бәреп инеп ата башлар алдынан мосолмандарға сығып китеү мөмкинлеге биргән. Имеш, улар “иманһыҙҙарға” ҡаршы һуғыша. “Аль-Шабаб” ойошмаһы вәкиле белдереүенсә, сауҙа үҙәген утҡа тотоу — Кения ғәскәрҙәренең Сомалиҙағы енәйәттәре өсөн үс алыу.
Сәйәси уйындар, кемдеңдер ҡон ҡайтарырға теләүе сәбәпле, ете тиҫтәгә яҡын кешенең һәләк булыуы бик аяныс. Ә бит ҡорбандарҙың тағы артыуы ихтимал. Заман афәте булған терроризмдан нисек ҡотолорға һуң?


Вернуться назад