Ялғандың аяғы ҡыҫҡа24.09.2013
Һәр документ иҫәптә

Эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары ("больничный"ҙар) — ҡәтғи иҫәп талап иткән документ. Махсус һаҡлыҡ саралары күрелгәнлектән, ялған документ яһау ғәмәлдә мөмкин түгел. Бланк номеры бик үҙенсәлекле, йәғни ул бөтә Рәсәй биләмәһендә бер тапҡыр ҙа ҡабатланмай. Әммә ошо хәлде белмәгән мутлашыусылар ҙа, ялған документты һатып алыусылар ҙа осрап тора.

Республикабыҙ биләмәһендә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары әйләнешенә контролде Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе тәьмин итә. Типографияла баҫылған бланктарҙы алыуҙан, медицина учреждениеларын тәьмин итеүҙән һәм уларҙы контролләүҙән алып эш биреүселәрҙең "больничный"ҙарҙы түләүенә тиклемге эш Фонд белгестәре күҙәтеүендә.
Һуңғы осорҙа ялған документтар ярҙамында түләү алырға тырышыу осраҡтары йышайҙы. Нигеҙҙә, улар Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы йәки Өфө ҡалаһының 33-сө поликлиникаһы исеменән эшләнә. Исемлеккә яңыраҡ тағы бер учреждение — "Сан-МедЗапад" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — өҫтәлде. Социаль страховка фондында эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын биреүгә лицензияһы булмаған ошо ойошма тарафынан ялған документ тапшырыуҙың алты осрағы асыҡланды. Өҫтәүенә тикшереү барышында күрһәтелгән адрес буйынса уның бөтөнләй эшләмәүе беленде.
Әммә ялған документ тапшырған өсөн страховкаланған гражданға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Эш биреүсе документтың ысын булыуында шикләнгән осраҡта иң тәүҙә Фонд бүлексәһенә "больничный"ҙы тикшереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Белгестәр дөрөҫтө ялғандан айырырға һәләтле. Документтың ҡасан, ниндәй төбәктә, ҡайһы медицина ойошмаһы тарафынан бирелгәнлеген улар йәһәт асыҡлай. Әгәр мутлыҡ раҫланһа, хеҙмәткәргә эштән бушатыу янай. Социаль страховка тураһындағы законда бындай осраҡта яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралмаһа ла, Рәсәй Енәйәт кодексының 327-се статьяһы етди эҙемтәләргә тарыу ихтималлығын иҫкәртә. Ялған документты тапшырыусыға ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йәки алты айға тиклем ҡулға алыныу янай.
Ғәҙәттә, ялған ҡағыҙҙарҙы тормош тәжрибәһе лә, яуаплылыҡ тойғоһо ла булмаған йәштәр һатып ала. Аҙағы билдәле инде... Енәйәттең язаһыҙ ҡалдырыласағына ышанған кеше өсөн күңелһеҙлектәр, аҡланыуҙар башлана. Бындай еңел-елпелек бәләһе бик ҡиммәткә төшә, аҙаҡ енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Шуны ла иҫегеҙгә төшөрмәксебеҙ: эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тейешле лицензияһы булған медицина учреждениеһында ғына бирелә. Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе, граждандарҙы алдаҡсылар хеҙмәтенән файҙаланыуҙың хәүефле эҙемтәләре хаҡында иҫкәртеп, һәр кемде яуаплы булырға саҡыра. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы күңелһеҙлектәрҙән, хата аҙымдан һаҡлағыҙ.


Вернуться назад