Республикабыҙҙа "Бала табыу сертификаты" программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо йылдың 1 сентябренә Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан медицина ойошмаларына 397,5 миллион һум аҡса күсерелде.
Статистика органдары билдәләүенсә, сабыйҙарҙың күпләп донъяға килеүе төп ҡаҙаныш булды. Тыуымдың 2012 йылда күҙәтелгән юғары кимәле быйыл да һаҡлана. Ете айҙа 36 590 бала, шул иҫәптән — 18 936 малай һәм 17 654 ҡыҙ тыуған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, игеҙәктәр күберәк — 412 (2012 йылда — 375), ә өс игеҙ бала донъяға килгән осраҡтар былтырғынан аҙыраҡ — ни бары өс сабый (былтыр һигеҙ ине). Июнь һәм июль айҙарында тыуым айырыуса юғары булды (4946 малай һәм 5064 ҡыҙ). Башҡортостан — ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында, элеккесә, алдынғы урында.