Тарихи ысынбарлыҡты инҡар итергә ярамай24.09.2013
(Ләлә Бейешева, “Изге эштәргә юл ярыусы”, 2013 йыл, 10 сентябрь)

Ләлә апайҙы беҙ гәзиттәрҙә, сәхнәләрҙә ҡыйыу сығыш яһаған, “Аҡ тирмә” үҙәге эшен оҙаҡ йылдар һүндермәй алып барыуы менән халыҡ араһында киң билдәлелек алған шәхес булараҡ беләбеҙ. Ғөмүмән, уның ал-ялһыҙ республиканың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуы маҡтауға һәм оло ихтирамға лайыҡ. Шуға күрә гәзиттәге сығышында булған етешһеҙлектәргә күҙ йомоп та ҡарарға мөмкин ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең матбуғат биттәрендә, башҡа баҫмаларҙа йыш ҡына башҡорт милли ойошмаларының тарихын боҙоп күрһәткән фараздар урын ала башланы. Был осраҡта грек аҡыл эйәһе Аристотелдең тапҡыр бер әйтеме иҫкә төшә: “Платон, һин миңә дуҫ, әммә хәҡиҡәт ҡиммәтерәк”.

Авторҙың “Аҡ тирмә” ойошмаһының тарихына, үткән һәм хәҙерге эшмәкәрлегенә бәйле яҙмаһында, үкенескә ҡаршы, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән күп кенә фекер, хаталар осрай. Бигерәк тә авторҙың “барлыҡ башҡорт ижтимағи, мәҙәни, сәйәси ойошмалары “Аҡ тирмә” клубы нигеҙендә төҙөлдө” тип һығымта яһауы менән һис тә килешеп булмай. Шулай уҡ ХХ быуат аҙағында башланған яңы башҡорт милли хәрәкәтен етәкләгән берекмәләрҙең барлыҡҡа килеү ваҡыты, ғөмүмән, уларҙың республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булыуы ла дөрөҫ яҡтыртылмаған.
Ләлә апай яҙғанса, имеш, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге 1994 йылда ғына төҙөлгән. Ә бит был Үҙәк 1989 йылдың декабрендә барлыҡҡа килде. Уға нигеҙ ошо уҡ йылдың 20 мартында Өфөлә рәсми булмаған башҡорт милли ойошмаһын төҙөү йыйынында һалынды. Был форум эшендә 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Йыйын барышында Республика башҡорт культураһы клубы (РБКК) төҙөлөүе иғлан ителде, уның уставы раҫланды. Был ойошманың рәйесе итеп шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүр һайланды. Уның етәксе органына Дамир Вәлиев, мин, Зөфәр Йәнекәев, Тәлғәт Исҡужин инде. РБКК партия Өлкә комитетының баҫымы арҡаһында милли-мәҙәни эштәр менән генә шөғөлләнергә тейеш ине. Ә беҙ бындай диктат менән килешмәнек һәм, ниһайәт, 1989 йылдың 17 – 18 декабрендә Өфөлә оло йыйын үткәрҙек. Беҙ уны, 1917 йылда өс башҡорт ҡоролтайы уҙыуын күҙ уңында тотоп, IV Бөтә башҡорт йыйыны тип атаныҡ. Рәйесе итеп Рәшит Шәкүрҙе һайланыҡ. Ул был вазифаны 1991 йылдың февраленә, йәғни V Бөтә башҡорт йыйынына, тиклем башҡарҙы. Ошо ваҡыттан 1996 йылғаса “Урал” башҡорт халыҡ үҙәген мин етәкләнем.
Ә инде “Аҡ тирмә”гә килгәндә, был ойошмаға нигеҙ 1988 йылда һалынды. Шул йылдың 31 мартында “Аҡ тирмә” Өфө ҡала клубының уставы ҡабул ителде, һәм етәксеһе итеп Сәфәрғәле Йәнтүрин һайланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тәҡдиме менән иһә “Урал” халыҡ үҙәге 1993 йылда республика башлығы Мортаза Рәхимовҡа мөрәжәғәт итте. Етәксе даирәләр беҙҙең башланғысты хупланы, айырым комиссия төҙөнө. Дөйөм тырышлыҡ менән 1995 йылда Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙҙы, уның башҡарма комитеты ағзалары һайланды. Шулай уҡ Башҡорт халыҡ партияһын (фирҡәһен) төҙөү эше лә “Урал” үҙәге тарафынан башҡарылды. Ә Башҡорт йәштәре иттифағы башлыса йәштәрҙең үҙ теләге һәм көсө нигеҙендә барлыҡҡа килде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә үҙаллы ойошто.
Һис шикһеҙ, “Аҡ тирмә” клубы халыҡты берләштереү, төрлө мәҙәни саралар ойоштороу йүнәлешендә ҙур эш башҡарҙы. Быны инҡар итергә ярамай. Әммә, теүәл дәлилдәр менән иҫәпләшмәйенсә, бөтә башҡорт милли хәрәкәтен, унда ҡатнашҡан ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тик “Аҡ тирмә”гә ҡайтарып ҡалдырырға тырышыу менән килешеп булмай.
Башҡорт милли-мәҙәни, сәйәси ойошмалары тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе түбәндә күрһәтелгән китаптарҙа табырға мөмкин: Бускунов А. М., Кульшарипов М. М., Мурзабаев И. С. “На службе народу. Башкирскому народному центру “Урал” – 10 лет”. Уфа, 1999; Кульшарипов М.М., Газизов Р.Р. “Новейшее башкирское движение и проблемы федерализма”. Уфа, 2010; “Этнополитическая мозаика Башкортостана. Очерки, документы, хроника. Башкирское национальное движение”. Том 11. Москва, 1992. Сост. ответ. ред. М. Н. Губогло.


Вернуться назад