Намыҫтары ҡайҙа?29.12.2011
Бынан ике йыл элек "Аҡһаҡ ҡола" клубында пиротехник шоу үткәргән "Пиро-Цвет" компанияһы байрам кисәләре ойоштороуға заказдар ҡабул итә, имеш.
Быйыл фирма Пермь крайының бер нисә ҡалаһында салют ойоштормаҡсы. Әйткәндәй, ошо уҡ кешеләр 2005 йылда Березники ҡалаһы көнөндә пиротехник шоу үткәргән, бер снаряд халыҡтың өҫтөндә тиерлек шартлаған, биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ауыр операциялар кисергән кешеләр ниндәйҙер ғиллә менән (төп сәбәбе – аҡса булманымы икән?) фирманы ғәфү иткән, суд эше үҙ-ара килешеү менән тамамланған.
2009 йылда иһә "Аҡһаҡ ҡола" клубында тап "Пиро-Цвет" фирмаһы ойошторған тамаша ваҡытында янғын сығыуы, 156 кешенең һәләк булыуы билдәле. Фажиғәнән һуң фирманың етәкселәре – аталы-уллы Дербеневтар бер нисә ай төрмәлә ултырып сыҡҡан, әле лә енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Ә "йүнселдәр" ваҡытты бушҡа уҙғармай: магазиндарын япһалар ҙа, заказды Интернет селтәре аша ҡабул итәләр.


Вернуться назад