Герой яҡташыбыҙ эҙҙәренән24.09.2013
...1943 йылдың 5 июле. Төнгө 3-сө 20 минут. Бер юлы 595 артиллерия орудиеһынан утлы ҡойон урғыла. Был Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес мәле — Курск дуғаһы алышының башы.
Немецтарҙың ҡасан һөжүм башларын белгән Үҙәк фронт командующийы генерал Константин Рокоссовский дошмандан алдараҡ өлгөрә. Өс сәғәттән һуң фашистар Курск өлкәһенең Ольховатка ауылы йүнәлешендә беҙҙекеләргә ҡаршы ут аса. Ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡта, 257-се ҡалҡыулыҡта беҙҙең 8-се гвардия ротаһы нығына. Яугирҙәр араһында яҡташыбыҙ, рота парторгы, взвод командиры урынбаҫары, өлкән сержант Александр Серебрянников та була.
Алыштың өсөнсө көнөндә рота командиры өлкән лейтенант Вальчук һәләк була. Уны Александр Серебрянников алмаштыра. Яҡташыбыҙ һалдаттарын һигеҙ тапҡыр һөжүмгә күтәрә һәм кискә Ватан азатлығы өсөн ҡорбан була. Үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Ольховатканы ҡулға төшөрә алмаған дошман иғтибарҙы Поныри ҡасабаһына йүнәлтә, әммә бында ла уңышһыҙлыҡҡа осрай. Курск дуғаһы киңлектәрендә һуғыш тағы ла илле көн дауам итеүгә ҡарамаҫтан, Серебрянников кеүек геройҙар тәүге көндәрҙән үк уның барышына һынылыш индерә.
Ошо хәл иткес алышта еңеүгә 70 йыл тулған көндәрҙә "Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ Йыйылышы" ижтимағи ойошмаһы ағзалары Курск еренә юлланды. Юбилейға арналған тантанала ҡатнашыу өсөн геройҙың улы Геннадий Серебрянников менән ойошма рәйесе Юлай Моратовтан тыш, Учалы районының Александр Серебрянников исемендәге Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе директоры Вил Лутов етәкселегендә биш иң алдынғы уҡыусынан торған төркөм дә сәфәргә сыҡты.
Мең ярым саҡрым юл үтеп, делегациябыҙ Курск ҡалаһына аяҡ баҫты. Күркәм сара Еңеү паркында һәләк булған совет һалдаттары иҫтәлегенә һалынған һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланды. Ошонда уҡ күңелдәрҙе елкендергән ваҡиға ла булды. Байрамға килгән яҡташтарыбыҙҙы — Республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмовты һәм Курск алышында ҡатнашҡан ветеран-яугирҙәр сафында Өфөнән полковник Николай Морозов менән Баймаҡтан өлкән лейтенант Ишбулды Сабитовты — осратып һөйөндөк.
Артабан төркөмөбөҙ Ольховатка ауылына йүнәлде. Унда һәләк булған 1113 яугир иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплекстағы стелала Советтар Союзы Геройы Александр Серебрянниковтың исем-шәрифен эҙләп таптыҡ. Яҡташыбыҙҙың улы Геннадий тыуған еренән алып килгән бер ус тупраҡты һалды. Ошо тулҡынландырғыс мәлдә сыр-сыулашып ҡоштар тубының осоп килеп, яҡын-тирәләге ағастарға ҡунып һайрап ебәреүе мәрхүм ил һаҡсыларының рухы һөйөнөүенә бер ишара кеүек булды.
Юлыбыҙҙы Поныри ҡасабаһына ҡарай дауам иттек. Бында хәрби-дан музейын, вокзал-музейҙы һәм һуғыш барған урындарҙы ҡараныҡ. Шул көндәрҙең шаһиты булған кешеләрҙең хәтирәләрен тыңлап тетрәндек. Ҡайтышлай "Коренная пустынь" тарихи-мәҙәни үҙәгендәге монастырға инеп сыҡтыҡ.
Иртәгәһенә Курск ҡалаһының Еңеү проспектында хәрби парад уҙҙы. Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар алдында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев телмәр тотто.
Яҡты киләсәк, азат илдә йәшәр быуын өсөн ғүмерен аямаған батырҙарыбыҙ рухына баш эйеп ҡайтыуыбыҙға ифрат шатландыҡ. Беҙ кисергән ҡәнәғәтлекте юл аҙабы ла кәметә алманы.