Иреккә еңеү юлдаш21.09.2013
Иреккә еңеү юлдашКүренекле яҡташыбыҙ, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов хаҡында “Башҡортостан” киностудияһы “Ике килгән ғүмер” тигән документаль кино төшөргәйне. Ошо көндәрҙә был фильм Һамарҙа үткәрелгән V Халыҡ-ара спорт киноһы фестивалендә еңеү яуланы.

Мәртәбәле конкурсҡа йәмғеһе 56 эш тәҡдим ителгән. Кинофестивалдә Рәсәйҙән генә түгел, Белоруссиянан, Болгариянан, Бөйөк Британиянан, Германиянан, Ирандан, Италиянан, Португалиянан, Украинанан, Франциянан, АҠШ-тан килгән режиссерҙар ҙа ҡатнашҡан.
Жюри ағзалары иҫәбендә Халыҡ-ара спорт киноһы һәм телевидениеһы федерацияһы президенты Франко Аскани ла булған. Аскани әфәнде “Башҡортостан” киностудияһының “Ике килгән ғүмер” таҫмаһын үҙе менән Италияға алып ҡайтҡан. Уны Миланда үтәсәк Халыҡ-ара спорт киноһы фестиваленең конкурс программаһына индермәксе.

Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: “Ике килгән ғүмер” киноһының ҡуйыусы-режиссеры:

— Аныҡ темаға арналған кинофестивалдә еңеүе бигүк еңелдән түгел. Шуға ла әллә ни ҙур уңышҡа өмөт итмәгәйнем.
Тамаша ҡылыу өсөн мәктәп уҡыусыларын саҡырҙылар. Әгәр фильм ялҡыта башлай икән, улар йә телефонына текәлә, йә шаярырға тотона. Ә бына Ирек хаҡындағы таҫманы күрһәткәндә бөтә зал тып-тын булды. Фильм бөткәс, тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы.
13 сентябрь — Ирек Зариповтың “ҡабаттан тыуған” көнө. Нәҡ ошо көндә беҙгә мәртәбәле призды тапшырҙылар. Шунан һуң донъяла мөғжизә юҡ тип әйтеп ҡара...


Вернуться назад