"Кроношпан" беҙгә кәрәкме?21.09.2013
Өфөлә "Кроношпан" заводын төҙөү мәсьәләһенә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Билдәле булыуынса, Өфө районының Дорогино ауылы халҡы был төҙөлөшкә ҡаршы сыҡты һәм уны ваҡытлыса туҡтатыуға өлгәште. Әлегә предприятиеның тәбиғәткә зыян килтереү-килтермәүен махсус комиссия асыҡлай.

"Түңәрәк өҫтәл"дә "Кроношпан" заводына презентация яһалды. Унда был предприятиеның башҡа илдәрҙәге заводтарының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелде. Европала уларҙың һаны 30-ҙан ашыу икән. Шулай уҡ заводтың тирә-яҡ мөхиткә зыяны тураһында баһалама әҙерләүсе белгес-эколог, "Экопромтех" компанияһы директоры Светлана Полякова сығыш яһаны. Уныңса, предприятиеның бөтә заводтары ла Европаның экология стандарттарына ярашлы эш алып бара. Мәҫәлән, эшмәкәрлектә ҡулланылған махсус фильтрҙарҙың һөҙөмтәлелеге 99 процентҡа барып баҫа.
"Кроношпан"дың Рәсәй буйынса генераль директоры Ардашер Курбаншо әйтеүенсә, улар экология йәһәтенән иң киҫкен тикшереүҙәргә лә әҙер. Өфө районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә буйынса йәмәғәт тыңлауҙары октябрь баштарында үтәсәк. Һәр кем уның буйынса мәғлүмәт менән Өфө районының сайтына инеп таныша ала.


Вернуться назад