Конгресс-холл эргәһендә парк булырмы?21.09.2013
Өфөләге Конгресс-холл эргәһендәге Ағиҙел яры тиҙҙән ял итеү урынына әүереләсәк.

Баш ҡала тарихында тәүге тапҡыр симфоник оркестрҙың асыҡ һауалағы сығышынан һуң Өфө амфитеатры исемен алған майҙансыҡтың яҙмышы тураһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Филиппов бәйән итте.
— Был урында парк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡ һүҙ, — тине ул. — Бынан ары битләүҙә концерттар ойошторолмаясаҡ.
Башлыҡ урынбаҫары әйтеүенсә, Дуҫлыҡ монументынан алып Конгресс-холға тиклем йәйәүлеләр өсөн юл һалыу, яр буйын төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү күҙаллана. Был эшкә федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү ҡарала. “Йыл әйләнәһенә эшләгән парктың” ҡала халҡына файҙаһы күберәк буласаҡ. Асыҡ һауалағы мәҙәни саралар өсөн икенсе урын һайланасаҡ. Парк асыу проекты иң отошло һәм ҡулай алым тип таныла, сөнки ултыртылған ағастар ярҙамында яр буйын нығытыу ҙа күҙҙә тотола. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында Өфө амфитеатры акустика һәм инфраструктура йәһәтенән үҙенсәлекле, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк тигән фекерҙәләр. Джаз музыканты Олег Киреевты ҡала хакимиәтенең бындай ҡарары аптырауға ҡалдырған. “Халыҡтан амфитеатрҙы тартып алһалар, беҙ чиновниктарҙың уйламайынса эшләүен сираттағы тапҡыр күрәсәкбеҙ”, — ти ул.


Вернуться назад