“Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе” иҫәбендә беҙҙекеләр ҙә бар21.09.2013
Башҡортостандағы һигеҙ уҡыу йорто “Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе” исемлегенә инде. Улар араһында Өфөләге 3, 39, 93-сө гимназиялар, 153, 83-сө лицейҙар, Стәрлетамаҡтың, Нефтекаманың, Салауаттың 1-се гимназиялары бар. Белгестәрҙең фекеренсә, был мәктәптәр 2012—2013 уҡыу йылында белем биреү йәһәтенән юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.
Был исемлек Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән Мәскәүҙәге өҙлөкһөҙ математик белем биреү үҙәге тарафынан төҙөлгән. Тикшеренеүселәр БДИ-лағы юғары күрһәткестәрҙе, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һанын иҫәпкә алған. Үҙәктең директоры Иван Ященко әйтеүенсә, исемлекте төҙөгәндә эксперт критерийҙары булмаған.
— Беҙ бойондороҡһоҙ объектив алымдарҙы файҙаландыҡ. Улар математик моделләү юлы менән эшкәртелде, — тине ул.
Беренсе урынды Мәскәүҙең 1535-се лицейы, икенсене — Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы А.Н. Колмогоров исемендәге мәктәп-интернат, өсөнсөнө Санкт-Петербургтағы 239-сы физика-математика лицейы яуланы. Исемлеккә ингән Волга буйы федераль округы мәктәптәре араһында Татарстан (19 уҡыу йорто) алдынғылыҡты бирмәй. Артабан Һамар өлкәһе (15), Түбәнге Новгород (13), Сыуашстан (12), Пермь крайы (11), Һарытау өлкәһе (9), Башҡортостан (8) килә.