Урманды кемдәр оҫта киҫә? Тәтешлеләр!21.09.2013
“Тәтешле урманы” дәүләт унитар предприятиеһы вәкилдәре Фидан Муллайәров менән Әҙип Бәҙретдинов республика конкурсында иң оҫта урман киҫеүсе булып танылды.

Башҡортостандың иң яҡшы урман киҫеүсеһе исеменә алтынсыға уҙған конкурс был юлы Әбйәлил ерендә ойошторолдо.
– Финалға һигеҙ команда үтте. Ҡағиҙә буйынса, ҡатнашыусылар баһалама төркөмө ағзаларына хәүефһеҙлек техникаһын боҙмай урман киҫеү оҫталығын күрһәтергә тейеш ине. Һәр команда бер диләнкәлә өсәр ағас йығып сыҡты, – тине Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының бүлек мөдире урынбаҫары Альберт Бохаров.
Бынан тыш, конкурста ҡатнашыусылар белгестәр алдында теоретик белеме – тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, эш урынын әҙерләү, серек һәм ҡыйшайған ағасты йығыу – буйынса һынау тотто.
Һөҙөмтәлә беренсе урында – тәтешлеләр, икенселә – илештәр, өсөнсөлә – ҡариҙелдәр.


Вернуться назад