Уңғандарҙың умартаһы тулы бал21.09.2013
Сәскәле туғай-болондарҙа, урмандарҙа тәбиғәттең иң ғәжәйеп мөғжизәләренең береһе – бал ҡорттарының “ҡанатлы армияһы” гөжләй. Был эшһөйәр бөжәктәрҙең үҙенсәлекле донъяһы меңәр йыл дауамында кешене ғәжәпләндереүҙән туҡтамай.

“Тәртип һәм симметрия батшалығында” тыуған был йән эйәләре, сәскәнән сәскәгә ҡунып, нектар йыя һәм уны кеше өсөн иң ҡиммәтле аҙыҡҡа – балға әйләндерә. Үҙҙәренең ошо бүләге өсөн улар умартасыларҙан да эшһөйәрлек талап итә. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ “Ҡотһоҙға ҡорт ҡунмаҫ, умартаһында бал булмаҫ”, тип әйтмәгән.
Әлшәй районының ҙур булмаған Ҡаран ауылында йәшәгән Хәйретдиновтарҙың умарталығындағы бал еҫенән хатта баш әйләнеп китә. Баҡсала бер туҡтауһыҙ ҡорт гөжләй. Берәүҙәре “этешә-төртөшә” умартанан ҡабаланып осоп сыға, икенселәре, нектар йыйып, әкрен генә килеп ҡуна. Ә умартасылар, бер нәмәгә лә иғтибар итмәйенсә, тыныс ҡына үҙ эшен башҡара. Азат Йәүҙәт улы, уның ҡустылары Тәлғәт менән Салауат – данлыҡлы умартасылар нәҫеленән.
— Ҡорт баҡсаһында үҫтек, тиһәң дә була, — тип йылмая улар. – Колхоздың ул саҡта 200-гә яҡын умартаһы бар ине. Беҙ, малайҙар, унда ярҙамлашырға йөрөнөк. Бабайыбыҙ, тирә-яҡҡа билдәле умартасы Илгиз Хәйретдинов, оҙаҡ йылдар шунда эшләне. Һуңыраҡ беҙҙең атай ҙа уның тәжрибәһен үҙләштерҙе. Бына шулай баҡсабыҙҙа бер нисә умарта барлыҡҡа килде.
Хәҙер инде Хәйретдиновтарҙың бер нисә тиҫтә умартаһы бар. Теүәлерәк итеп әйткәндә, өсөһөнә — 150-нән күберәк. Әммә улар атайҙарынан ҡортсолоҡ һөнәрен генә үҙләштермәгән. Ҡасандыр Йәүҙәт Шәрифйән улы алдынғы механизатор булған. Улдары ла уның юлынан киткән. Заманында баҫыуҙа атаһы менән бергә өс улы: өлкәне Азат, армиянан ҡайтҡан Тәлғәт һәм күптән түгел генә мәктәпте тамамлаған Салауат та ең һыҙғанып эшләгән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында ауыл кешеләре тормошона яңы төшөнсә — ғаилә подряды тигән термин инеп китә. Хәйретдиновтар бына шул ғаилә подрядын ойоштора ла инде. Колхоз техника, 100 гектар ер бүлгән, унда интенсив технология буйынса, йәғни ҡул көсө ҡулланмай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтергәндәр, гектарынан 200 центнер уңыш алғандар.
Егеттәрҙең хеҙмәт батырлығы иғтибарһыҙ ҡалмай. Хужалыҡ етәкселеге төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә. Азат менән Тәлғәт тыуған ауылдарында төпләнергә була. Күрше генә итеп йорт һалып инәләр, ғаилә ҡоралар. Колхоз тарҡалғас та юғалып ҡалмай улар. Бала саҡтан ерҙә эшләргә күнеккән уңған егеттәр фермер хужалығы ойоштора. Бына шулай иңгә-иң терәп, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй Хәйретдиновтар. Баҫыуға ла бергә сығалар, сәсәләр, һөрәләр, уңыш йыялар, хужалыҡтарындағы 50-ләп баш һыйыр малына аҙыҡ әҙерләйҙәр. Шулай уҡ “ҡанатлы армия”ны ла ҡарарға өлгөрәләр. Ә Салауат иһә ағайҙарынан да уҙҙырып, умартасылыҡ менән етди шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн уның теләге лә, ярҙамсылары ла бар, улдары Ранис менән Эльвир — атайҙарының ышаныслы терәге.
Бал ҡорттары “батшалығы”нда эшһөйәрлек, үҙ-ара ярҙамлашыу тойғоһо көслө, һәр нәмә тәртипкә ҡоролған. Хәйретдиновтар ғаиләһендә лә шулай. Ир-егет баҫыуҙан ҡайтып, умарталыҡҡа ашыға, уларға ҡатындары ла ярҙамлаша. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы улдары менән сикһеҙ ғорурлана. Килендәре лә ҡалышмай, береһенән-береһе егәрле. Бына шулай бал ҡорттарылай тырышып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәй Хәйретдиновтар.


Вернуться назад