Линизаның күңел хазинаһы21.09.2013
Линизаның күңел хазинаһы"Матурлыҡты күрә белеү,
Нәҡ бына үҙе ысын батырлыҡ", —
тип яҙғанда шағир, моғайын, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Линиза Сәғәҙиева кеүек ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын-ҡыҙҙы күҙ уңында тотҡандыр. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та иңендә оло хәстәр ята был ханымдың.

Әбйәлил төбәгенең тормошо йәнлелеге менән һоҡландыра икән, унда Линиза Камил ҡыҙының да өлөшө ҙур, сөнки барлыҡ сараларҙы ул ойоштора, республика күләменә сығара. Көндәлек мәшәҡәттәрен арыраҡ ҡуйып, ваҡыт табып, башҡаларҙың күңелен үҫтерә белә, ошо яҡтың йәшәйешен күркәмләндерә.
Уны райондың комсомол ойошмаһына етәкселек иткән сағынан уҡ яҡшы беләм. Һәр саҡ ыҫпайлығы һәм яғымлылығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе иғтибар менән тыңлай, ололарға ихтирамлы, йәштәргә — матур өлгө. Эргәһенән халыҡ өҙөлмәүҙең сәбәбе лә кешелекле була белеүендәлер. Ә бай тәжрибәһе сетерекле мәсьәләләрҙе һәр саҡ ыңғай хәл итергә ярҙамлаша.
Линиза Сәғәҙиева — Асҡар ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йәнгел мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлаған. Директор урынбаҫары, райондың комсомол комитеты секретары, Михайловка мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, ауыл Советында эштәр башҡарыусы — былар хеҙмәт биографияһының бер өлөшө генә.
2004 йылдан алып Линиза Камил ҡыҙы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенә етәкселек итә. Ире Сәләм Сәғәҙиев менән ике бала тәрбиәләнеләр. Улы Илдар — тыуған төйәгендә, ҡыҙы Эльвира Екатеринбург ҡалаһында эшләй.
Һәр кемдең күңеле — серле һандыҡ. Әгәр Линиза Камил ҡыҙының ошо бай күңел хазинаһының бәләкәй генә өлөшөн һүрәтләй алһам, күп кенә йәш етәкселәр өсөн матур үрнәкте күрһәтер инем.


Вернуться назад