Мутлашыусылар тоҙаҡ ҡора21.09.2013
Кеҫә телефондарын файҙаланып, енәйәт ҡылыу осраҡтары барыһына ла яҡшы таныш. Яҡындарын бәләгә тарыуҙан ҡотҡарған өсөн махсус иҫәпкә аҡса күсереүҙе һораған sms-хәбәр алмаған кеше һирәктер.
Күптән түгел генә яңы sms-һөжүм башланыуы асыҡланды. Был юлы енәйәтселәр банк картаһын ҡуллана. Һеҙгә ебәрелгән хәбәрҙә күрһәтелгән телефонға шылтыратһағыҙ, иҫәптәге аҡсаны тулыһынса аласаҡтар, өҫтәүенә, банк картаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә белергә тырышасаҡтар.
“Һеҙҙең банк картаһына блок ҡуйылды. PIN-кодты ғәмәлдән сығарыу осрағы теркәлде. Х-ХХХ-ХХ-ХХ-ХХХ телефоны буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин” тигән белдереү күптәргә килә. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән О.-ға ла ошондай хәбәр ебәрелә. Ҡото алынған ҡатын күрһәтелгән телефон һандарын ашығып йыя. Телефонды яғымлы тауышлы ир ала ла үҙен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип таныта, О.-ға картаны ғәмәлгә индереү өсөн банкомат кәрәклеген әйтә. Ҡатын уның күрһәтмәһен күндәм үтәй: яҡындағы банкоматҡа барып, телефон номерын ҡайтанан йыя. Ир уға картаны тергеҙеү өсөн бер нисә ғәмәл ҡылырға кәңәш итә. О. ҡушылғанды теүәл үтәй. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, уның телефонына карталағы 4 мең һум аҡсаның SMS-хәбәрҙә күрһәтелгән телефонға күсерелеүе тураһында белдереү килә. Һуңыраҡ ҡатындың картаһынан, дөйөм алғанда, 53 мең һум аҡсаның урланыуы асыҡлана. Яғымлы тауышлы ирҙең телефоны был саҡта һүнгән булып сыға.
Быға оҡшаш хәлдәр хәҙер бик йыш осрай. Шуға күрә бурҙарҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн түбәндәге иҫкәрмәләрҙе иғтибар менән уҡып сығырға кәңәш итәбеҙ:
*банк хеҙмәткәрҙәре үҙегеҙ шылтыратҡан осраҡта ғына һеҙ билдәләгән “сер һүҙҙе” һораясаҡ;
*банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла PIN-кодты йәки картаның артындағы хәүефһеҙлек кодын (СVC/CVV2-кодты) әйтеүҙе талап итмәйәсәк;
*банк хеҙмәткәрҙәре картаға ҡуйылған блокты алыу өсөн банкомат аша йәки башҡа ысул менән аҡса күсерергә ҡушмаясаҡ.
Үҙегеҙҙе алдарға маташыуҙарына шик тыуһа, нимә эшләргә һуң?
Карта, иҫәп тураһындағы шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтә күрмәгеҙ. Шылтыратҡан кешенең тулы исем-шәрифен, вазифаһын, ойошманың атамаһын һорағыҙ. Картала йәки уның Интернеттағы сайтында бирелгән телефон аша банк менән бәйләнешкә инеп, был турала операторға хәбәр итегеҙ һәм уның күрһәтмәһен үтәгеҙ.
SMS-хәбәр кеҫә телефонына килгән икән, һағайырға урын бар. Шулай уҡ шәхси мәғлүмәттәрҙе раҫлауҙы йәки яңыртыуҙы, ашығыс эш итеүҙе йәки яуап биреүҙе, махсус һылтанма файҙаланыуҙы һораған шылтыратыуҙарға, бер ниндәй сараларҙа ҡатнашмаһағыҙ ҙа, ҙур бүләк йә иһә аҡса отоуығыҙ тураһындағы белдереүҙәргә ышанырға ашыҡмағыҙ. Картағыҙ буйынса ҡылынған бөтә операцияларҙы күҙәтеү өсөн SMS-хәбәр системаһына тоташығыҙ. Банк клиенттарына бындай хеҙмәт, ҡағиҙә булараҡ, бушлай күрһәтелә. Картағыҙҙан аҡса алыу тураһында хәбәр килһә, кисекмәҫтән банктағы бәйләнеш үҙәгенә шылтыратып, блок ҡуйҙырығыҙ. Ғөмүмән, бындай SMS-хәбәрҙәргә әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Шул саҡта аҡсағыҙ ҙа янда ҡалыр.