Енәйәт һәм яза21.09.2013
Ялған килешеү
“Росреестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығында сауҙа павильондарын һатыу-һатып алыуға ҡағылышлы бер нисә ялған килешеү төҙөү осрағы асыҡланған.
Берҙәм схема буйынса төҙөлгән договорҙарҙы Өфө эшҡыуарҙары дәүләт теркәүенә тәҡдим иткән. Законға ярашлы, килешеүгә хоҡуҡи экспертиза үткәреү идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең вәкәләттәр даирәһенә инмәһә лә, документтарҙағы ҡайһы бер шикле мәғлүмәттәр белгестәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай. 1998 йылдың декабренә тиклем төҙөлгән килешеүҙәр Техник инвентаризациялау бюроһында теркәлгән тип күрһәтелгән. Ләкин асыҡланыуынса, Бюрола бындай документтар бер ҡасан да ҡаралмаған булып сыға. Өҫтәүенә, күсемһеҙ милек объекттары иҫәбенә инмәгән биналарға законға ярашлы мөлкәт хоҡуғы бирелмәй. Өфө хакимиәте лә бындай объекттарҙы файҙаланыуға индерергә рөхсәт итмәй, сөнки улар стационар булмаған объекттарға ҡарай. Һөҙөмтәлә барлыҡ мәғлүмәттәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелә. “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә ошондай документтарҙы махсус контролгә алған.
Бурысың бармы?
Быйыл һигеҙ ай эсендә суд приставтары бурыслыларҙың сит илгә сығыу хоҡуғын сикләү тураһында 3 549 ҡарар ҡабул ителгән. Шуларҙың 1 351-е алимент түләмәүселәргә ҡағыла. Ошондай сара һөҙөмтәһендә 4,5 миллион һумдан ашыу бурыс ҡайтарып бирелгән.
Рәсәй Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында әйтеүҙәренсә, һалым, штраф, алименттарҙы ваҡытында түләмәгән кешеләрҙең сит илгә сыға алмауы бар. Бурысың бармы-юҡмы икәнлеген идаралыҡтың рәсми сайтындағы “Башҡарыу эштәренең мәғлүмәттәр банкы” ярҙамында асыҡларға мөмкин. Ошонда уҡ уны түләргә лә була. Ведомство мәғлүмәттәр банкында үҙен тапҡан кешеләргә суд приставтары подразделениеһына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.
Тәртип һаҡсыһын йәрәхәтләгән
Салауат ҡалаһында ялған террорсыны тотҡанда, полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнә.
Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә ҡаланың дежур бүлегенә бер ир шылтыратып, Ленинград урамындағы йортто шартлатырға ниәтләүе хаҡында белдерә. Тәртип һаҡсылары, янъялсының кем булыуын асыҡлап, ул йәшәгән йортҡа юллана. Ҡулға алғанда 41 йәшлек ир полиция хеҙмәткәренең ҡулын бысаҡ менән йәрәхәтләй. Фатирҙа шартлатҡыс матдәләр табылмай. Ялған хәбәре һәм полицейскийға һөжүм иткәне өсөн уның 10 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.