Урланған ағас байрамды биҙәйме?29.12.2011
Браконьерҙарҙың намыҫы юҡлығын белһәк тә, Өфөләге хәл күптәрҙе хайран ҡалдырҙы: кемдер баш ҡалалағы парктарҙың береһендә үҫкән шыршыны ҡырҡырға йөрьәт иткән.
Менделеев урамындағы "Урмансылар" паркындағы йәшел һылыуҡайға 30 йәш самаһы булған, бөтә һуҡмаҡтар ҙа ошо күркәм ағас эргәһенән үткән. Намыҫһыҙ әҙәмдәр ағасты йығып ҡына ҡалмаған, ә уның күркәм урынын – өҫкө өлөшөн генә ҡырҡып алып киткән. Енәйәтсене йыраҡтан эҙләмәйҙәр: моғайын, был яҡында йәшәгән кешелер тигән фекер өҫтөнлөк итә. Ни тиһәң дә, бурға ҡала буйлап шыршы ташып йөрөү бик тә уңайһыҙ булыр һәм тиҙ арала шаһиттар табылыр ине.