Йәйҙе нисек үткәрҙегеҙ?21.09.2013
Мирас ИҘЕЛБАЕВ, ғалим:
— Бынан биш йыл элек Әлшәй районында йорт һалғайныҡ. Ғәҙәттә, йәй буйы шундабыҙ: баҡса эштәре менән булышабыҙ, емеш-еләген йыябыҙ, Дим йылғаһында һыу инәбеҙ. Йыл һайын шифаханала ял итергә лә күнегеп бөткәнбеҙ. Был юлы "Асы"ла дауаланып ҡайттыҡ. Отпуск тигәс тә, бөтә эштәрҙе лә ҡалдырып китеп булмай бит. Мин һәр саҡ үҙем менән материалдарымды алам. Ял иткән ваҡытта ғилми эшемде лә башҡарам.

Сабир ШӘРИПОВ,
яҙыусы:
— Быйылғы йәй минең өсөн үтә лә файҙалы үтте. Күптән шулай рәхәтләнеп ял иткәнем юҡ ине. Уйламағанда ғаиләбеҙ менән Мысырға сығып киттек. Ундағы Ҡыҙыл диңгеҙҙә һыу инеү яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ғәрәптәр тормошон күҙәтеү ҙә файҙаға булды. Шулай ҙа тыуған Башҡортостанымды һағынып ҡайттым. Беҙҙең тәбиғәткә тиң ерҙәр юҡ икән донъяла. Тағы ла бер төркөм яҙыусылар Арҡайымға йөрөп ҡайттыҡ. Был сәфәр ҙә осрашыуҙарға бай булды.

Әлфиә ЮЛСУРИНА,
йырсы:
— Йәй — артистар өсөн гастроль осоро. Мин дә шул йылы көндәрҙә республикабыҙҙың төрлө райондарында концерт ҡуйып йөрөнөм. Халыҡ менән осрашыуҙар ифрат күңелле үтте. Тағы ла шифалы үләндәр йыйырға яратам. Быйыл тыуған яғым Бөрйәнгә ҡайтҡайным, көндәр насарайып китте. Бер туҡтауһыҙ ямғыр ҡойҙо ла ҡойҙо. Шуныһы ғына бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Әле Октябрьский ҡалаһындағы шифаханала ял итәм. Сәләмәтлекте нығытып, көс туплап, яңы ижад миҙгеленә тотонмаҡсымын.

Рәмзиә КӘРИМОВА,
тележурналист:
— Беҙ ялыбыҙҙы Әбйәлил районының Хәлил ауылында атай-әсәйҙәребеҙ янында үткәрҙек. Һине һағынып, йылы аштарын бешереп көтөп торған яҡын кешеләрең барҙа, нишләп сит илдәрҙә йөрөп ятайыҡ, ти. Улар иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен белеп ҡалырға кәрәк. Ауылда ял итеү балаларыма ла бик оҡшай. Тормош иптәшем (Илдар Байбулатов — тележурналист. — Авт.) бесән эшләште. Шуныһы ҡыҙғаныс: ташҡын мәлендә ҡара тир түгеп әҙерләгән бесәнебеҙ юҡҡа сыҡты...


Вернуться назад