Хәйер бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтыр20.09.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларының һәр береһенә ниндәйҙер мөмкинлек биргән: берәүҙең аҡылы, зиһене үткерерәк, икенсенең көсө күберәк, ҡайһыларҙың һәләте хайран ҡалмалы, йөҙө һоҡланғыс... Шул уҡ ваҡытта Хоҙай әҙәм балаларын сәләмәтлек яғынан да айырмалыҡтарға дусар итә. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Исламда "социаль йәһәттән яҡланғанлыҡ" тигән төшөнсә ҙур урында тора. "Байлыҡ байҙар араһында ғына әйләнеп йөрөмәһен өсөн зәҡәтте, етемдәргә ярҙам итеүҙе бойорҙоҡ", — тигән Аллаһ Тәғәлә изге "Ҡөрьән"дә. Хатта ки мөбәрәк Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһы биреү ҙә ошо ниәттә башҡарыла.
Хәйер биреү, мохтаждарға ярҙам итеү хаҡында бихисап хикмәт, нәсихәт, хикәйәт һәм башҡалар бар. Шуларҙың береһен һөйләп үтәйем. Хәҙрәти Ғүмәр хәлифә булғас, төнөн урам буйлап йөрөй икән. Бер ерҙә балалар илаған тауышты ишетеп, шул йортҡа барып инә. Әсә кеше ут яҡҡан, ҡаҙанда ниҙер ҡайнай. "Аш бешәлер инде", — тип уйлап ҡуя хәлифә. Әммә балалар илай-илай йоҡлап китә, усаҡ яныуын дауам итә. Хәлифәнең аптырап ҡарап торғанын күргән әсә телгә килә: "Ғәжәпләнмәгеҙ: ҡаҙанда һыу ғына ул — башҡа ризығыбыҙ юҡ. Балаларҙы әүрәтер өсөн генә ҡайнатам". "Ә ниңә һуң ярҙам һорамайһың?" "Беҙҙең бит Пәйғәмбәр тәғәйенләгән хәлифәбеҙ бар. Ул халыҡтың хәлен белергә тейеш". Һөҙөмтәлә хәлифә ғаиләгә аҙыҡ алып килә. Ошо ваҡиғанан күренеүенсә, күп балалы ғаиләләргә, етемдәргә ярҙам күрһәтеү Исламда төп урында тора. "Әгәр ҙә ки байҙар ғәҙеллек зәҡәтен ғәҙеллек менән бирә торған булһа, Ер йөҙөн-дә фәҡирҙәр ҡалмаҫ ине", — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Әл-хәмдү лил-ләһ, динебеҙҙә баҡыйлыҡҡа күскәндәргә хәйер биреү ҙә бар. "Мәрхүмдәрҙең рухы килә, көтөп тора", — тип беҙ бәләкәй саҡта ла әсәйҙәр, өләсәйҙәр хәленән килгән миҡдарҙа хәйер бирә торғайны.
Исламда мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йыллығын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.
Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү — барыһы ла хәйер ул. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә хәйер бирергә насип итһен. Борон-борондан шул иҫәпкә мәсеттәр төҙөлгән, етемдәр, ярлылар хәстәрләнгән, шәкерттәр уҡытылған һәм башҡа изге эштәр башҡарылған. Бөгөн дә ошо күркәм юлды дауам итергә тейешбеҙ. Шулай уҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡыуаныс-шатлыҡ өләшеп, һөйөнөстәрҙе уртаҡ итеп йәшәргә яҙһын. Ошо саҡта, иншаллаһ, донъябыҙға именлек, бәрәкәт насип булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад