Күңел күҙе күрмәһә...20.09.2013
2013 йыл, Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы йыл башында Хөкүмәттә киңәйтелгән ултырыш булды, Указды ғәмәлгә ашырыу йөҙөнән күреләсәк саралар планы башҡарма власть сайтында ла донъя күрҙе. Туғыҙ ай самаһы ваҡыт үтеп бара, ә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса башҡарма органдар, йәмәғәтселек тарафынан атҡарылған эштәр күҙгә салынамы?
Әлбиттә, һүҙ урамдарҙы таҙа тотоу тураһында ғына бармай, мөхит — ул киңерәк төшөнсә. Өфө граждандары сүп-сар, тәмәке төпсөгө, бушаған һыра һауыты һәм башҡаһын элек нисек аяҡ аҫтына ташлаған, әле лә шул ғәҙәтен ҡыуа, автомобилдәрҙән сыҡҡан уҡшытҡыс зәңгәр төтөн дә кәмемәне. Баш ҡалала “йәшел зона”лар артманы, киреһенсә, асфальт юлдар ҡотолғоһоҙ рәүештә киңәйеүен дауам итә һәм киләсәктә экологик хәүеф тыуҙырыу менән янай.
Амур өлкәһендә йәй буйы яуған ямғырҙарҙы ғалимдар климат үҙгәреү менән аңлата (2010 йылғы ҡоролоҡто иҫкә төшөрәйек). Башҡортостанда ер аҫты һыуҙарының йылдан-йыл төпкәрәк китеүен дә өлөшләтә шуға япһарырға мөмкин. Һөҙөмтә күҙ алдында: йылға-күлдәр һайыға, ҡайһылары хатта ҡороп, юҡҡа сыға. Мәңгелеккә. Быға, һис шикһеҙ, “Йомағужа” һыу һаҡлағысы ла булышлыҡ итәлер: йылғалар элекке кеүек ярҙарынан сығып ташмай һәм күл-быуаларҙы тултырмай бит.
Өфөгә аэропорт яғынан килгәндәр иғтибар итмәй ҡалмайҙыр: Ағиҙел йылға порты ҡаршыһында ғына, элек һыу сайпылған ерҙә, ике йыл элек ҡыуаҡлыҡтар үҫеп сыҡты, уның биләмәһе киңәйгәндән-киңәйә.
Йылға-күлдәрҙең ҡороуына сик ҡуйыу өсөн йәмәғәтселектең үҙенә ең һыҙғанып эшкә тотонор ваҡыт етте. Ләм, ҡороған ағас баҫҡан шишмәләр, үҙәндәр хәҙер үҙенән-үҙе генә таҙара алмаҫ, һәм суртан әмере буйынса ғына йылға-күлдәр элекке кеүек мул һыулы булып китмәҫ. Әлбиттә, был — күп сығымдар талап иткән киң ҡоласлы эш, йылдарға һуҙыласаҡ мәшәҡәт. Әммә кешелек иртәгәһе көн, алдағы быуаттар тураһында ла уйланырға бурыслы икән, уға тотонорға тура килә. Крандарҙан һыу тәүлегенә бер нисә сәғәт кенә аға башлаһа, һуң буласаҡ.
Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе — ботаҡ тишеге, ти халыҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында һыу (ә бит кеше тәне башлыса һыуҙан тора һәм унан башҡа бер нисә сәғәт кенә йәшәй алабыҙ) сығанаҡтары мәсьәләһе иғтибарҙан ситтә ҡалған икән, тимәк, Указды ғәмәлгә ашырыуҙы хәстәрләгән чиновниктар проблемаға “бармаҡ аша” ҡараған.
Эйе, йыл тамамланып та килә, был турала һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ ҙа кеүек, ләкин йөҙ йәшереү менән генә проблема юҡҡа сыҡмай. Йәмәғәтселек ошо мөһим мәсьәлә тураһында нисегерәк фекер йөрөтә икән? Элекке ише үҙҙәре белеп хәстәрләргә КПСС органдары юҡ бит.
РЕДАКЦИЯНАН. Даими авторыбыҙ көнүҙәк мәсьәләне күтәрә. Һеҙҙең тарафтарҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан күҙгә күренерлек эштәр башҡарылдымы? Ошо хаҡта хат-хәбәрҙәр көтәбеҙ.