Башҡорттар — йәнә бородинола20.09.2013
Башҡорттар — йәнә бородинолаҺуңғы йылдарҙа Рәсәй армияһының Наполеон илбаҫарҙарына ҡаршы көрәше темаһы тарихсыларҙы ғына түгел, тотош йәмғиәтте ҡыҙыҡһындыра. Ошо осор яугирҙәренең иҫтәлеген әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәрендә мәңгеләштереү ниәте менән яныусылар күбәйҙе, хәрби-тарихи реконструкция клубтарына яҙылыусылар ҙа арта.
Башҡортостан егеттәре был тәңгәлдә һис тә ҡалышмай, киреһенсә, үҙәктә ҡайнай. "Беренсе башҡорт атлы полкы “Любизар” һәм "Өфө пехота полкы" тигән йәмәғәт ойошмаларын хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, Европа илдәренең күбеһендә беләләр. Әйткәндәй, башҡорт егеттәре быйыл да Бородино яланындағы "алыш"та булып ҡайтты, әле Лейпцигтағы сараларҙа ҡатнашырға йыйыналар.
Бөгөн ошо хәрәкәттең эшмәкәрлеген киңерәк яҡтыртыу, уның маҡсаттарын халыҡҡа нығыраҡ төшөндөрөү ниәтенән гәзиттең "Башҡорт донъяһы" ҡушымтаһы тотошлайы менән Ватан һуғышы тарихына, хәрби-тарихи реконструкция мәсьәләләренә арнала.


Вернуться назад