“Сиргә һабышҡан” табип20.09.2013
Был хәл бер нисә йыл элек булғайны. Көндәрҙең береһендә урамда танышым Ғәлиҙе осраттым. Хәл-әхүәл һорашып бер аҙ торғас, был:
— Бына Красноусол ауылына китергә булдым әле, – тине.
— Бәй, унда нимә ҡалған? – тип ғәжәпләнеүемә ул, күҙҙәрен туҫтаҡтай итеп:
— Һаман да ишетмәнеңме ни әле? – тине.
— Нимәне?
— Нимәне, нимәне! Унда бит аҡсаны эшләмәһәң дә түләйҙәр, ти.
— Китсәле! Булмаҫтайҙы сурытырға тиһәң, һине ҡуш.
— Бушты һөйләмәм инде. Бер мин генә түгел, ана, бөтә мир һөйләй. – Унан теге һиңә һөйләнең ни, һөйләмәнең ни тигәндәй, ҡулын һелтәне лә ашығып китеп барҙы.
Күптән түгел был ауылға юл төшкәс, танышымдың теге ваҡыт юҡты һөйләмәгәненә үҙемә шаһит булырға тура килде. Кемде генә тап итмәйем, барыһы ла һөйләшеп ҡуйғандай, шул хаҡта һүҙ башлай.
— Шулай-шулай, ти ҙәһә.
— Табип кеше лә ауырыр икән!
— Етмәһә, кем-кем бит әле — баш табип.
Табип һөнәре әүәл-әүәлдән изге һаналған. Ғүмерен тап ошо һөнәр менән бәйләгән Луиза Ғәлиеваны көндәрҙең береһендә үҙәк район дауаханаһының баш табибы итеп үрләтәләр. Бының өсөн ул шатлығынан үрле-ҡырлы һикергәнме-юҡмы, уныһын әйтә алмайым, ә бына аҡса менән маз килергә юл асылғанын яҡшы аңлаған. Теләһә, шап иттереп теге документҡа мисәт ҡуясаҡ, кәрәк икән, шунса-шунса аҡса кәрәк тигән был ҡағыҙға елле генә имзаһын һалыр, икенселәргә хат юллар.
Луиза ханымдың башына шундай фекер килә: ауырыуҙар һуңғы өмөтөн бағлап килгән бина тәтәй кеүек булырға тейеш! Шуныһын шулайтырға, быныһын тегеләй итергә кәрәк, тип ишектән-ишеккә йөрөй башлай. Кисекмәҫтән дауаханаға өр-яңынан реконструкция эшләргә, мансарда төҙөргә кәрәк, тигән ҡарарға килә. Тәүәккәл дә һуң үҙе! Бының өсөн сығымдар ҡаралмауына аптырап та бирмәй. Тиҙҙән проект әҙер була, ҡултамға ҡуйыла. Күп тә үтмәй башҡарылмаған эш өсөн 4 миллион 652 мең 653 һум 81 тин аҡса түләнә…
Эҫе мәлендә үк баш табиптың үҙенә “диагноз ҡуйып”, кисекмәҫтән имләй башларға кәрәк булған да бит. Юҡ шул, берәү күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Ә Луиза ханымдың сире аҙғандан-аҙа бара. Кисен башын мендәргә терәп өлгөрмәй, күҙ алдында эре-эре купюралар һикерешә, ҡолағына аҡса ҡыштырҙауы ишетелә.
2007 йылда дауыл дауахана ҡаршыһында урынлашҡан бер йорттоң ҡыйығын емерә. Йөрәге булған кеше бындай бәлә-ҡазаға нисек битараф ҡала алһын! Йортто төҙөлөш ойошмаһы үҙ аҡсаһына ремонтлай. Бының өсөн Луиза ханым ҡыуанып бөтә алмай. Шуға ла ойошма етәксеһенә рәхмәт йөҙөнән 498 мең 956 һум аҡса түләү хаҡында контракт төҙөшә.
Тора-бара сире етәксене тамам ағыулай. Тағы нисек аҡса эшләргә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Теләге булған кешегә әмәле сығып тора. 2009 йылда ул Башҡортостан Финанс министрлығының территориаль финанс идаралығына төҙөлөш ойошмаһы башҡарған эштәр өсөн тип аҡса бүлеүҙе һорап хат юллай. Шундайын игелекле кешенең үтенесенә кем баш тартһын инде! Оят булыр. Тиҙҙән Ғафури районы ҡаҙнаһынан түләү поручениеһы буйынса ойошма иҫәбенә 100 мең һум аҡса күсерелә…
Шулай итеп, сиргә һабышҡан ханым башҡарылмаған эш өсөн тағы 14 миллион 511 мең 281 һумлыҡ бюджет аҡсаһын “осора”.
Көндәрҙең береһендә оятһыҙлыҡ сире менән тамам зарарланған ханымды эшенән ебәрәләр. Ебәреүен-ебәрәләр ҙә, тик үҙен “дауаларға” оноталар.
Был көндәрҙә уны яҡшы белгән кешеләр иркен һулап ҡалды. Бер-береһенә:
— Теге Луизабыҙҙы өшкөргәндәр икән, – тип һөйөнсөләргә онотманылар.
— Шулаймы? Ҡайһылай һәйбәт булған. Әтеү бөтөнләй ҡурҡҡайным даһа.
Халыҡтың һаулығы өсөн борсолоп йөрөгән табиптың үҙен дә имләү сараһын таптылар. Әлбиттә, ул үҙенең сирен ҡырҡа йәшереп, мин һау-сәләмәт, бер ерем дә ауыртмай, тип маташты-маташыуын… Имеш, буш хәбәр, дошман һүҙе. Ана, башҡалар ауырый, уларҙы дауалаһындар. Әммә Ғафури район суды “диагноз”ды дөрөҫ билдәләне.
Элекке баш табип шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, йәнә ярты йыл эсендә килтерелгән 19 миллион 263 мең 934 һум 81 тинлек матди зыянды ҡапларға тейеш. Шифаһы ғына тейә күрһен!


Вернуться назад