Һәр тибеше өмөт бүләк итә20.09.2013
Һәр тибеше өмөт бүләк итәБыл хаҡта иң тәүҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалындағы тура эфирҙа сығыш яһағанда белдергәйне.

“Әлеге ваҡытта иң мөһим яңылыҡ тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?” тигән һорауға ул:
– Беҙҙең табиптар тарафынан йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса беренсе тапҡыр яһалған операцияны атар инем. Ул ҡатмарлы булған. Ваҡиға хаҡында шунда уҡ белдермәгәндәр, пациенттың үҙен яҡшы тоя башлағанын көткәндәр. Был хәл республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иң юғары технологиялар килеүе хаҡында һөйләй, – тип яуап бирҙе.
…Йөрәк менән шаярмайҙар. Кеше организмындағы төп ағза, ябай тел менән әйткәндә, йән эйәһенең “моторы” насар эшләһә, йәшәйештең йәме бөттө тигән һүҙ. Йыл һайын йөрәк сиренән миллиондарса кеше яҡты донъя менән хушлаша, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм төрлө илдәрҙең табиптары белдереүенсә, был – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң ҙур проблемаларҙың береһе, шул уҡ ваҡытта донъяуи иҡтисадҡа ла һиҙелерлек зыян килтереүсе киҫкен мәсьәлә.
Башҡортостанда йөрәк сирен дауалау һәм иҫкәртеү йәһәтенән заманса аҙымдар менән алға атлайҙар. Был йүнәлештә уңышлы эшләүсе Республика кардиология үҙәге бөгөн – сифатлы дауалау-диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған, юғары технологиялы кардиологик ярҙам күрһәтеүҙә махсуслашҡан учреждение. Дүрт тиҫтә йылға яҡын эшмәкәрлек дәүерендә уның белгестәре йөҙҙәрсә мең кешене үлем ҡосағынан йолоп алып ҡалған, тулы мәғәнәле тормошҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам иткән.
Шулай ҙа ошоғаса бында пациентҡа донор йөрәген күсереп ултыртыу буйынса операция яһалмаған булған. Рәсәйҙә бындай операцияларҙы туғыҙ кардиология үҙәгендә генә эшләйҙәр, алдынғылар иҫәбендә – Мәскәү һәм Краснодар дауаханалары.
…Башҡортостанда донор йөрәген көткән, йәшәү өмөтө менән янған кешеләр – ике тиҫтә самаһы. 27 августа иһә ошо бәхет 52 йәшлек Өфө уҙаманына йылмайған. Донор йөрәген Стәрлетамаҡ дауаханаһынан 1 сәғәт 20 минутта махсус контейнерҙа килтереп еткергәндәр. Операция биш сәғәт дауам иткән, эш тотороҡло, тыныс барған. Әйткәндәй, тарихи ваҡиғала ҡатнашҡан барлыҡ белгестәр ҙә республика кимәлендә билдәләнәсәк, дәүләт наградаһы аласаҡ.
…Табиптар әйтеүенсә, иң тулҡынландырғыс мәл тип йөрәктең яңы хужаһы күкрәгендә тибә башлауын атарға кәрәктер. Уның һәр тибеше ысын мәғәнәһендә яңынан тыуған бәхетле пациентҡа ғына түгел, ошо мәлде көткән башҡаларға ла өмөт бүләк итә кеүек.


Вернуться назад