Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...20.09.2013
Яңы ижад миҙгеле башланыр алдынан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы тарихта тәрән эҙ, киләсәк быуынға бай рухи мираҫ ҡалдырып яҡты донъянан киткән, баш ҡаланың мосолмандар зыяратында ерләнгән күренекле артистарҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең рухына баш эйҙе, ҡәберҙәрен таҙартып рәткә килтерҙе.
Театр коллективы тормошонда был изге эш йыл да ҡабатлана, һәм ул мотлаҡ үтәлергә тейешле күркәм йолаға әүерелгән. Яңы миҙгел алдынан ижадсылар, исемдәре йәндәрҙә рух, йөрәктәрҙә ғорурлыҡ уятыр шәхестәребеҙ ҡәберенә баш эйеп, уларҙан яңы көс, күңелдәренә дауа алып ҡайта. Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Был сара бигерәк тә йәш быуын өсөн әһәмиәтле. Баҡыйлыҡҡа күскән абруйлы шәхестәр, бөйөк сәхнә оҫталары янында булыу йәштәрҙә сәнғәткә, һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ хисе, ижади сәм тәрбиәләй.