Яугирҙәр онотолмай20.09.2013
Яугирҙәр онотолмайКрасноусолда Афған һуғышы ветерандары, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар, ауыл халҡы, шулай уҡ яуҙа һәләк булған егеттәрҙең туғандары һәм яҡындары Ватанды һаҡлап башын һалғандар һәйкәле янына йыйылды.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тантаналы митингты асты һәм эске ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған егеттәребеҙ халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыуын билдәләне. Ғафури һәм Ауырғазы райондарының хәрби комиссары Фәйрүз Ғимаҙиев һәйкәлде ҡуйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән кешеләрҙе айырып билдәләне.
— Марс Хәйруллин, Ринат Яҡупов, Әлфир Исхаҡов, Вячеслав Лоскутов, Андрей Мигунов, Джамшид Ҡасимов, Марат Ишбаев һәм башҡа егеттәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Хәҙер беҙгә, хәрби хәрәкәт ветерандарына, һәм беҙҙең ғаилә ағзаларына, сәскә һалыр, полкташ дуҫтарыбыҙҙы иҫкә алыр урын бар, — тине хәрби комиссар.
Рәхмәт һүҙҙәре менән шулай уҡ Ғафури районының ветерандар советы вәкилдәре, ауыл биләмәһе башлығы Марс Әбелғужин, Афған һуғышы ветерандары союзы рәйесе Марс Хәйруллин сығыш яһаны. Өфөнән килгән ҡунаҡ, Башҡортостан Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов йыйылған халыҡты Хәтер көнө менән тәбрикләне. Тантананан һуң урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында Ғафури һәм Ауырғазы райондарындағы ветерандар командалары араһында футбол матчы үтте. Артабан төшкө аш һәм байрам концерты булды.
Осрашыуҙың аҙағында Тимерйән Рәжәпов Башҡортостан Хәрби хәрәкәт ветерандары союзының Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларға һәйкәл ҡуйыу башланғысын Бөрйән һәм Күгәрсен райондарына еткереүе хаҡында белдерҙе. Был эшкә аҡсаны хәтер көндәрендә, ошондай уҡ башҡа сараларҙа йыйырға тәҡдим ителде. Аҙ ғына ваҡыт эсендә 10 мең һум аҡса йыйылды.


Вернуться назад