Ҡараш буйламаҫ бейеклектә18.09.2013
Ҡараш буйламаҫ бейеклектәБаш ҡалала кран машинистарының һөнәри бәйгеһе булды

– Күпселеге ҡатын-ҡыҙ бит! – тине ғәжәпләнеү ҡатыш янымда тороусы берәү. Минең дә тәүҙәрәк "Күпер краны өсөн иң яҡшы машинист" һөнәри оҫталыҡ конкурсында көс һынашыусыларҙың күбеһе гүзәл зат булыр тип башыма ла килмәгәйне. Баҡһаң, тәү ҡарамаҡҡа ир-егеттәр һөнәрен үҙләштергән кеүек күренһә лә, яуаплылыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән эштә улар ҙа һис һынатмай икән. Шулай ҙа ҡараш буйламаҫ бейеклектә кран эсендәге ҡатын-ҡыҙҙы күҙ алдына баҫтырыу үтә лә ауыр кеүек тойолдо...

Төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренең оҫталығын асыҡлауға йүнәлтелгән республика конкурсы тап ошо номинацияла быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған. Уның маҡсаты – хеҙмәт кешеһенең, ошо һөнәрҙең абруйын күтәреү. Бында еңгәндәр Ульяновск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй кимәлендәгеһендә ҡатнашасаҡ.
"Уралтехнострой корпорацияһы" предприятиеһында үткән был сарала төрлө ҡала һәм райондан тиҫтәнән ашыу кеше көс һынашты. Әлбиттә, һәр кем бында тик еңеүгә өмөтләнеп килгән, сөнки иңдәрендә тиҫтәләрсә йылдар дауамында тупланған тәжрибә ята бит. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Профсоюздар федерацияһы — еңеүселәргә тос ҡына бүләк тә әҙерләгән. Беренсе урын яулаусы 100 мең һум күләмендәге аҡса менән бүләкләнһә, икенсе урынға – алтмыш, өсөнсөгә утыҙ мең һум эләкте, ә айырым номинацияларҙа еңеүселәр дәртләндереү приздарына лайыҡ булды.
Ҡараш буйламаҫ бейеклектәСибайҙан "Башкирская медь" ойошмаһынан килгән Марат Аллаяров 15 йылдан ашыу һөнәренә тоғро. "Еңеүгә өмөтләнәһегеҙме?" – тип һораныҡ республика кимәлендәге ошондай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашҡан был ағайҙан. "Шайтанда ғына өмөт юҡ", – тине ул, йылмайып. Мәктәпте тамамлағас, ошо һөнәр буйынса белем алған икән, уныңса, был эш иң тәүҙә һәр кемдән иғтибарлылыҡ талап итә. Кранға идара итеүселәр араһында ҡатын-ҡыҙ булыуына ла ғәжәпләнмәй: "Был һөнәргә уҡығанда беҙҙең төркөмдә лә ҡатын-ҡыҙ шаҡтай күберәк булды", – ти ул. Төҙөлөштәге иң ҙур бейеклеге 54 метр булған, үҙе һөйләүенсә, кранға менеүгә һәм төшөүгә генә ун минут сарыф иткән. Тимәк, кранда эшләүсе машинист булыу өсөн иғтибарлылыҡ ҡына түгел, ә ҡыйыулыҡ та кәрәк.
Ә Алеся Бойцова Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тир түгә. "Һөнәрем буйынса 13 йыл эшләйем. Күптәр, нисек бындай эште ҡатын-ҡыҙ башҡара икән, тип ғәжәпләнә. Йөктө беҙ үҙебеҙ күтәрмәйбеҙ бит, ә рычагтар менән генә идара итәбеҙ. Бары яуаплы һәм иғтибарлы булыу талап ителә, сөнки саҡ ҡына яңылышыуың һәләкәткә илтеүе ихтимал", – тип һөйләне сая ҡыҙ. Уныңса, был һөнәргә төҙөлөш ойошмалары тарафынан ихтыяж да юғары.
Конкурста көс һынашҡан һәр кем үҙен һөнәренең иң оҫтаһы итеп танытырға ынтылды. Әммә һынауҙар ҙа байтаҡ ҡына ине: тәүҙә теория ғилеме, һуңынан практик яҡтан маһирлыҡ тикшерелде. Шул мәлдә был һөнәр эйәләре иңенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ һалынғаны асыҡ күренде лә инде. Уларҙан бөгөнгө конкурста ғына түгел, ә һәр көн тиерлек йөҙҙәрсә килограмм тәшкил иткән йөктәрҙе шырпы ҡабы кеүек кенә күтәреп, саҡ ҡына ла ситкә тайпылтмай, кәрәкле урынға илтеп ҡуйыу талап ителә бит.


Вернуться назад